Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2018, 13:54

Һаулыҡ өсөн — паркка!

«Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль өҫтөнлөклө проект ярҙамы менән Михайловкала ял итеү һәм спорт паркы барлыҡҡа килде

Йылдан-йыл район халҡы торған һайын йышыраҡ тораҡ пункттарын төҙөкләндереүҙә актив ҡатнаша, ниндәй йәмәғәт территориялары төҙөкләндереләсәк hәм ниндәй эштәр башҡарыласаҡ икәнен үҙҙәре хәл итә. Был эштә төрлө проекттар hәм программалар эшләп сығарып, дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә.

«Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль өҫтөнлөклө проект ҡала территорияһын комплекслы үҫтереүгә, ишек алдарын төҙөкләндереүгә, дөйөм ял итеүҙең уңайлы урындарын булдырыуға йүнәлтелгән. Михайловка ауыл Советы ауыл биләмәһенең 1000-дән ашыу булған халыҡ һаны «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһына инеп, Михайловка үҙәгендә дөйөм ял итеү — парк территорияһын төҙөкләндерергә ҡара иткән.

Уртаҡ эш һөҙөмтәһе күҙ алдында: парк территорияһы ихаталанған, барлыҡ периметр буйынса 100 төп миләш ултыртылған, һуҡмаҡтарға тротуар плитаһы һаалынған, парк үҙәгендә фонтан йыһазландырылған, кескәйҙәр өсөн балалар майҙансығы бар, ҙурырак балалар hәм өлкәндeр өсөн биш спорт тренажеры урынлаштырылған, паркты мөхәббәт hәм татыулыҡ эскәмйәһе биҙәп тора, парк территорияһында алты эскәмйә hәм сүп-сар өсөн алты һауыт, дүрт яҡтыртҡыс урынлаштырылған, сәскә түтәлдәре бар — бер һүҙ менән әйткәндә, бындағы матурлҡҡа ҡарап, күңел шатлана.

— Ҙур эш башҡарҙыҡ, — тип белдерә Михайловка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Никитин. Буласаҡ парк проекты барлыҡ кәрәкле экспертизалар hәм килешеүҙәр үтте. Республика бюджетынан 850 мең һум аҡса бүленгәйне. Ҙур ярҙамды ауыл халҡы ла күрһәтте, hәр кеше уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн керетергә тырышты. Бында ғаиләләре менән ял итeргә киләләр, бар тирә-яҡҡа балаларҙың яңғырауыҡлы тауыштары ишетелә. Урамда йәки компьютер артында файҙаһыҙ ваҡыт уҙғарғансы йәштәр паркка бара.

Ял итеү һәм спорт паркын булдырыу ауыл йөҙөн тағы ла нығыраҡ биҙәне, уның халҡы өсөн уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Сөнки бында ял итеү - ул дуҫтар менән осрашыу ҙа һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә тартылыу ҙа

Ирина ФОМИНА.

Фото Михайловка ауыл Советы ауы биләмәһе архивынан.
Читайте нас: