Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2018, 13:45

Бишбyләктә сәй эсеү

Район үҙәгендә 11 октябрҙә үткән Сәй байрамында 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты

Урман hәм ҡыр үләндәре еҫе, яңы бешерелгән сәй тәме Мәҙәниәт һарайы фойеһы залдары буйлап таралған, уны йылыҡ һәм өй мөхите менән тултырған. Буйынан-буйына ҡуйылған өҫтәлдәр ризыҡтан һығылып тора, сәйнүктәр ҡайнар, самауырҙар әҙер. 11 октябрҙең болотло көнөндә район тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән Сәй байрамына килеүселәр тап бына шундай картинаны күрә алды. Теләүселәр бик күп ине — өс йөҙҙән ашыу бишбүләктәр, улар араһында үҙҙәрен күрһәтергә һәм ҡарарға йыйылған тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа бар ине.

Ә ҡарарлыҡ, дөрөҫөрәге, тәмләп ҡарарҙай әйбер күп ине, — күргәҙмә бай килеп сыҡҡан: бында традицион сәйҙәр ҙә, үлән эсемлектәре лә, ҡайнатмалар ҙа, hәр төрлө желелар ҙа, бешерелгән ризыҡтар ҙа бар ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, гурмандарга — һайлау мөмкинлеге ҙур. Шул уҡ ваҡытта hәр ҡатнашыусы, биҙәүгә ижади яҡтан ҡарап, күргәҙмәһен үҙенсәлекле һәм матур итеп яһаған. Бынан тыш, байрамға үҙҙәренең сығыштары менән Мәҙәниәт һарайы артистаары hәм ижад коллективтары дәрт өҫтәне.

— Сәй байрамын үткәреү идеяһы күптән барлыҡҡҡа килгәйне, районда быға оҡшаған саралар етмәй, — ти мәҙәниәт буйынса район комитеты рәйесе Елена Арефьева. — Шуға күрә, был көнгә Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ныҡлап әҙерләндек. Халыҡтарҙы һәм учреждениеларҙы алдан киҫәттек, махсус программа әҙерләнек, бағымсы — «Сәй лавкаһы» магазинын таптыҡ. Төп мәсьәлә булып мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыны йәлеп итеү һәм байрамды яҡшы ойоштороу бурысы торҙо. Беҙ быны булдырҙыҡ, тип, уйлайым. Әммә кешеләрҙең үҙҙәренең дә ҡыҙыҡһыныуы мөһимерәк ине. Күптәрҙең бер-береһе менән сәй hәм тәм-томдар менән һыйланыу өсөн генә түгел, ә аралашыу, күңел йылыһы менән уртаҡлашырға килеүе күренеп тора ине. Ҡупшы залда барыһы ла матур ине.

Елена Арефьеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, Сәй байрамының уңышлы тәжрибәһе дауам итәсәк. Бынан тыш, ул инде киләһе йыл календарь планына керетелде. Районда төрлө гастрономия фестивалдәрен үткәреүгә ихтыяж бар. Улар бишбүләктәрҙең ялын төрлеөләндереп кенә ҡалмай, ә урындағы оҫталарға үҙҙәре тураһында белдерергә мөмкинлек бирәсәк, улар өсөн был табыштың өҫтәмә сығанағы була ала. Шул уҡ ваҡытта ойоштороусылар киләсәктә бындай фестивалдәр уҙғарыуҙы киңәйтергә һәм райондан республика дәрәжәһенә күсергә уйлайҙар. Ә башланғыс бар.

Олег ЛЕОНТЬЕВ.

Зилия ТАРАН фотоһы.
Читайте нас: