Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2018, 13:47

Йылмайыуҙан донъя шәфҡәтлерәк була

Бала саҡтан уҡ беҙ «Йылмайыуҙан барыһына ла яҡтыраҡ була» йырын беләбеҙ hәм яратабыҙ. Йыл һайын октябрь айында әлеге бер ҡатлы тойолған һүҙҙәр ысын дөрөҫлөккә әүерелә, сөнки бөтә дoнья кешеләре Йылмайыу көнөн билдәләй.

Дим ауыл Советы ауыл биләмәһендә «Вектор» Йәштәр үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе, волонтерҙар hәм «Йәш Гвардия» активисттары Йылмайыу көнөнә ҡарата акция үткәрҙе. Дим ауылында йәшәүселәрҙе байрам менән ҡотланылар.

Йылмайыу — кәйеф символы, hәр кешенең эске дoнъяһының сағылышы. Ул һоҡландырырға, үтенергә, ышандырырға ярҙам итә, төрлө тормошта булған төрлө хәлдәрҙә үҙеңә ҡарата кешеләрҙең ихтирамын яуларға ярҙам итә. Йылмайыу — кеше мөнәсәбәттәрен сағылдырыусы. Уларҙан башҡа дoнья ҡараңғы сырайлы hәм һоро булыр ине. Тап бына шуның өсөн беҙ уны асыҡ рәүештә һәм теләһә ҡайһы осраҡта күрһәтәбеҙ. Йылмайыуҙан бар кешегә лә яҡтыраҡ була.

Йышыраҡ йылмайығыҙ һәм дoнья һеҙгә йылмаясаҡ! Иҫеңдә тот! Йылмайыу — барыһын да турайтыусы кәкере һыҙыҡ!

Камелия СӨЛӘЙМАНОВА,

Дим ауыл Советы ауыл биләмәһенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе.

Автор фотоһы
Читайте нас: