Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2018, 16:52

Бөтә донъя икмәк көнө

«Икмәк - барыһына ла баш!» - ти халыҡ мәҡәле. Хаҡ һүҙҙәр: ысынлап та, ниндәй генә тәмле аш-һыу булмаһын, икмәкһеҙ уның тәме лә, йәме лә юҡ. Элек-электән Ерҙә йәшәүсе бар халыҡ икмәккә ҙур хөрмәт менән ҡараған. Әле лә уның баһаһы төшмәй. Һәр кемдең күңелендә ауыл мейесендә бешкән яңы бешкән икмәк еҫе һаҡланалыр. Эйе, бөгөн сауҙа кәштәләрендә лә икмәктең ниндәй генә төрө юҡ. Шағир Ә. Атнабаев әйтмешләй, ҡаластың тәмен белер өсөн онотмайыҡ уның ҡараһын. .

Ҡара икмәк


Әсәй миңә ҡара икмәк, сәйнәп,

Имеҙлеккә һалып биргән дә,

Үҙе киткән ураҡ урырға…

Илағанмын,

ләкин сыҙағанмын –

Икмәк менән була торорға.


Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,

Беләм уның ҡиммәт икәнен,

Бер телеме өсөн

кешеләрҙең

Таңға тиклем сират көткәнен.


Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған:

Йөз грамлап уны бүлгәндәр,

Ҡош телендәй шул грамдар өсөн

Һуғышҡандар,

хатта үлгәндәр…


Шул саҡтарҙы онотабыҙ буғай,

Әйтерһең дә, күктән төшкәнбеҙ.

Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,

Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.


Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,

Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын,

Тик ҡаластың тәмен белер өсөн

Онотмайыҡ уның ҡараһын!


Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә

Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен

Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең –

Ҡара ерҙең ҡара икмәген!

Әнғәм Атнабаев.
Читайте нас: