Дим буйҙары
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2018, 14:21

Сифатлы ризыҡ арзан булмай

Башҡортостанда экологик йәһәттән таҙа аҙыҡтар үҫтерелә башлаясаҡ. Был эште республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарында тормошҡа ашырыу көтөлә.

Башҡортостан органик ауыл хужалығы буйынса пилот проекты төбәктәре иҫәбенә инде. Белгестәр билдәләүенсә, республика ике йыл эсендә тәбиғи ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә күсә аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, был юҫыҡта Милли етештереүселәр берләшмәһе һәм Рәсәй органик продукциялар ҡулланыусылары менән үҙ-ара эшләү мөнәсәбәттәрен хәл итеү өсөн сертификат кәрәк.

— Төбәктә 200 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ерҙең буш ятыуы был йүнәлештә беҙҙең өҫтөнлөк булып тора, – тип билдәләй тармаҡ етәксеһе. – Бындай баҫыуҙар башлыса төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарында күп.

Ауыл хужалығы кооперацияһына берләшкән фермерҙар бындай эшкә тотонорға әҙер.

Органик ауыл хужалығы – ашлыҡты пестицидһыҙ һәм гербицидһыҙ үҫтереү. Бөгөн бындай продукцияны Австрияла 20-нән 40 процентҡа тиклем ҡулланалар. Данияла иһә был нисбәт — 60 процент тирәһе. Рәсәйҙә иһә баҙарҙы тултырыу өсөн бындай иген етештереүселәр үтә аҙ.

Ә бының өсөн республикала мөмкинлектәр бар. Илшат Илдус улы билдәләүенсә, 15 йыл буйы үҫентеләрҙе һаҡлау өсөн ағыуҙар, ашлама индерелмәгән баҫыуҙар бар. Биоаҙыҡ етештереү теләге менән янған фермерҙар ҙа етерлек, әммә был эш әлегә көйләнмәгән. Әле органик ер эше буйынса төбәк законы эшләнә, быйыл ул икенсе яртыйыллыҡта тәҡдим ителер тип планлаштырыла.

Йәнә шуныһы – органик аҙыҡ ғәҙәти продукциянан ҡыйбатыраҡ тора. Социологик һорау алыуҙар буйынса, халыҡ арзан әйбергә ғәҙәтләнгән, тап шуға ла әле ҡулланыусыларҙың 15 – 20 проценты ғына тәбиғи аҙыҡтарҙы алырға әҙер.

Автор: Венер ИСХАҠОВ әҙерләне