Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
17 Октября 2018, 12:33
Өфө аэропорты нисек аталыр?
Өфөлә 16 октябрҙә «түңәрәк өҫтәлдә» Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортына бөйөк Башҡортостан ватандашының исемен биреү буйынса федераль проектҡа ҙур тыңлауҙар уҙғарҙы.
Добавить в предпочтительные источники Google
Сарала белгестәр, баш ҡаланың әүҙем халҡы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Республикала йәшәүселәрҙән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына бөтә мөмкин булған ысулдар – телефон, электрон почта аша, һораулама барышында – 40 кандидатура буйынса 1,5 меңдән ашыу фекер килде.
«Кешеләр республиканың төрлө мөйөшөнән шылтыратты. Быға тиклем бер проектҡа ла ошондай ҙур ҡыҙыҡһыныу булманы», — тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина һәм тәүге 10 исемде атаны:
Мостай Кәрим, халыҡ шағиры, яҙыусы;
Муса Гәрәев, хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы;
Салауат Юлаев, милли герой;
Сергей Аксаков, яҙыусы;
Рудольф Нуриев, балет артисы;
Миңлеғәли Шайморатов, генерал-майор;
Федор Шаляпин, опера йырсыһы;
Александр Матросов, Советтар Союзы Геройы;
Михаил Нестеров, рәссам;
Сергей Довлатов, яҙыусы, журналист.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән һәр кандидатураның исеме Өфө аэпорортына биреүгә лайыҡ.
Конкурс 5 декабрҙә тамамлана – Рәсәй халҡы аэропорттарға биргән исемдәр билдәле була.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"