Биш метрлыҡ һын Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры эргәһендә үҙ урынын тапты. Монументтың авторы — танылған скульптор Зураб Церетели, тип хәбәр итә «Вечерня Казань» гәзите.
Шуны өҫтәп үтәйек: Башҡортостандың баш ҡалаһында «Рудольф Нуриев һәйкәлен әҙерләү һәм ҡуйыу» объекты буйынса инженер-эҙләнеү эштәрен башҡарыуға электрон аукцион иғлан ителгән.