Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2018, 18:33

Йәштәр өсөн өлгө

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының мәҙәниәте йортонда бриллиант һәм алтын туй юбилярҙарын хөрмәтләп үттеләр

“Ғаиләне данлауға” байрам-ҡотлау тантанаһына быйыл ныҡлы ғаилә берләшмәһенең 50-се һәм 60-сы тыуған көндәрен байрам итеүсе парҙар килде.

Ирле-ҡатынлы Мәғсүм Минебай улы менән Гөлсирә Ибраһим ҡыҙы Ғиззәтуллиндар, Рифҡәт Ниғмәтбай улы менән Рәмзиә Минияр ҡыҙы Ғимазетдиновтар бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын – брилллиант туйҙарын билдәләгән. Ирле-ҡатынлы Фәүҡәт Ибраһим улы менән Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы Харасовтар, Сәйфуллла Бәхтегәрәй улы менән Рәфиға Ғәбделхәй ҡыҙы Зиннәтуллиндар иһә алтын туйҙарын билдәләгән. Байрамды алып барыусылар уларҙың тормоштарының тарихын бәйән итте, был тағын бер тапҡыр никахтың күктәрҙә уҡылыуын иҫбатланы. Уларға ҡарата һоҡланыу һүҙҙәре яңғыраны, зал уларҙы баҫып алҡышланы.

Тантана сәбәпсеһе булған парҙарҙы ҡотлау йыр һәм бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Йыйылыусылар “Умырзая” балалар коллективы хореография ансамбле (етәксеһе З.Б.Ғәлимуллина) һәм “Аҡ ҡалфаҡ” (етәксеһе Л.М.Мусаева) халыҡ хорын айырыуса йылы сәләмләне. Юбилярҙарҙың балалары һәм ейәндәре үҙҙәренең ата-әсәйҙәрен тәбрикләне, улар өсөн ихлас ҡыуанды. Сөнки улар үҙҙәре ошо ғаилә усағының йылыһын тойоп, лайыҡлы кеше булып үҫкәндәр, өйҙәрендә булған йылы мөнәсәбәтте үҙ ғаиләләренә күсерергә теләйҙәр. Юбилярҙар сараны ойоштороусыларға ысын күңелдән рәхмәттәрен еткерҙе һәм йәш быуынға бәхет, сабырлыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам, тыныс күк йөҙө теләне.

Алтын һәм бриллиант юбилярҙарҙы ҡотлайбыҙ. Һеҙ татыу ғаилә ҡороп, балаларығыҙға һәм ейәндәрегеҙгә лайыҡлы тәрбиә биреп кенә ҡалманығыҙ, һеҙ – йәш ғаиләләр һәм үҙҙәрен никах ептәре менән бәйләргә әҙерләнеүселәр өсөн өлгө. Һеҙҙең ғүмер юлдарығыҙ бик күп шатлыҡлы һәм борсоулы ваҡиғалар менән тулы, һеҙҙең хистәрегеҙ ваҡыт тарафынан һыналған, йылдар аша сыныҡҡан. Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Римма Ахунова.

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы ауыл биләмәһенең йәштәр менән эшләү буйынса белгес.
Читайте нас: