Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 18:52

Көҙгө йәрминкә уҙҙы

Yҫтерелгән продукцияһы менән һатыу итеп, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре hөнәри байрамдарын билдәләне

Күптән килгән йола буйынса район үҙәгендә агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең тәүге көҙгө йәрминкәһе булды. Иртән иртүк үҙәк майҙанда музыка уйнай ине. Ауыл хужалығы етештереүселәре hәм шәхси эшҡыуарҙар сауҙа рәттәрен биләне. Көн ҡояшлы hәм йылы ине.

Бишбүләктәр һәм район ҡунаҡтары йәрминкәлә ит hәм балыҡты, тәм-том hәм сифатлы башҡорт балын, сәскәләрҙең төрлө сорттарын hәм ағас үҫентеләрен хәлдән килeрлек хаҡҡа һатып ала алды. Йәшелсә һәм емештәрҙең киң ассортименты тәҡдим ителгән.

Был көндө иген-фуражға һорау күп булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ хужалыҡтар ҙа әлеге продукцияны алып килә алмаған. Бойҙай алып килгән Киров исемендәге кооперативты, халыҡты һоло менән тәьмин иткән С.Юлаев исемендәге кооперативты, ҡарабойҙай ярмаһы алып килгән «Октябрь» кооперативын hәм арыш алып килгән Сергей Михайлов хужалығын билдәләп үтергә кәрәк.

Һатып алыусылар Миниһан Хафизов менән Юрий Григорьевтың фермер хужалыҡтары алып килгән һөт продукцияһын тулыһынса алып бөтөрҙөләр. Марс Ғәйзуллиндың «Весна» хужалығынан, ағалы-туғанлы Рәмил hәм Вилмир Буранғоловтарҙың һыйыр малы итен сират тороп алдылар.

Шәхси хужалыҡтарҙан ауыл хужалығы етештереүселәре иттең, һөттөң, балдың, шашлыҡ менән бешерелгән әйберҙәрҙең бай киң төрөн тәҡдим итте. Бында барлыҡ кәрәкле әйберҙе табырға hәм һатып алырға мөмкин ине. Хатта тулы кәрзин ҡайын бәшмәге hәм Дим йылғаһынан яңы тотолған балыҡ та бар ине.

Йәрминкәнән өлгөр һәм тырыш күршеләр ҙә ситтә ҡалмаған. Миәкәләр килограмы 1750 һум менән шәкәр ҡомо, пономаревкалар — бер йөк машинаһы тулы бик яҡшы кәбеҫтә (килограмы 15 һум) алып килгән. Йыл һайын йәрминкәлә Абдулино ҡалаһынан шәхси эшҡыуар ҡыҙарып бешкән алмалары (килограмы 50 һум) менән һатыу итә.

— Район йәрминкәһенә ниндәйҙер саҡырыуһыҙ түгел, махсус эш буйынса килдем, — ти Мәләүез территориаль дәүләт ветеринария күҙәтеүе хеҙмәткәре Рауил Зөфәр улы Аҡсурин. — Бишбүләк районы беҙҙең юрисдикцияға эләгә. Быйыл республикаға төрлө хәүефле инфекция менән зарарланған мал һәм ит продукцияһының яңылышлыҡ менән инеү факттары булғанлыҡтан, ауыл хужалығы продукцияһының теркәп ебәрелә торған документтарын тикшереүгә талаптар ҡәтғиләнде. Унан бигерәк Бишбүләк районы РФ-ның башҡа субъекты менән сиктәш. Беҙ ауыл хужалығы продукцияһының барлыҡҡа килеүен, бөтә ветеринар белешмәләрҙе тикшерергә тейешбеҙ.

Беренсе көҙге йәрминкә кешеләрҙең оҙон ҡыш алдынан аҙыҡ-түлек продукттарын запасҡа алырға ихтыяжын hәм теләген күһәтте. Хаҡтар, әлбиттә, «тешләшерлек» булһа ла, теләһә ниндәй баҙар мөнәсәбәттәрендәге кеүек үк, тәҡдим итеү һорау тыуҙыра. Тиҙҙән киләһе ауыл хужалығы йәрминкәһе буласаҡ, әйтергә кәрәк, уныһы тәүгеһенән күпкә яҡшыраҡ булыр.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.



Читайте нас: