Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 16:00

«Сит» сүп-сар?

Беҙҙең ишек алдарындағы таҙалыҡ проблемаһы тураһында әйтеү генә аҙ, эшләргә кәрәк. Һәм иң тәүҙә үҙеңдән башларға кәрәк

Бишбүләк ауылының Юбилей hәм Yзәк урамдарында урынлашҡан күп фатирлы йорттар янынан 3аты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ысын проблемаға әүерелде. Бер нисә йыл элек был йорттарҙа йәшәүселәр менән килешеү буйынса сүп-сар сығарыу менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуар бер ай тиерлек эшләмәй. Аш-һыу ҡалдыҡтары, пластик hәм быяла шешәләр, төрлө–төрлө сепрәк-сапраҡ, иҫке йыһаз — бер һүҙ менән әйткәндә, көн һайын арта торған ҡый өйөмө — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ кеше өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелә бара.

— Халыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын ташлай, шул уҡ ваҡытта был йыйылған сүп-сарҙы кем йыйыштырыр, уны ғөмүмән, сығарасаҡтармы икәне тураһында уйламайҙар ҙа, — тип һөйләй Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов. — Ошо көндәрҙә граждандарҙың сираттағы йыйынын үткәрҙек, был проблема үҙенән үҙе хәл ителмәйәсәк икәнен тағы бер тапҡыр аңлаттыҡ. Yҙ ваҡытында сүп-сарҙы сығарыу йортта йәшәүселәрҙең үҙҙәренән тора. Был күп фатирлы йорттарҙың хужаларына ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм транспортировкалау буйынса комплекслы хеҙмәттәр күрһәтеүгә «Белебеевский коммунальник» менән килешеүҙәр төҙөргә кәрәк. Ә әлегe картина шундай: мәҫәлән, Юбилей урамында йорттарҙың береһендәге 12 фатирҙың береһендә йәшәүселәр генә бөгөнгө көндә «Белебеевский коммунальник» менән килешеү төҙөгән, икенсе йорттың 16-сы фатирынан береһе лә килешеү төҙөмәгән. Был планда 5-се йорт халҡына афарин: һигеҙ квартирҙан бишеһе килешеү төҙөгән.

Сүп-сарҙы сығарыу мәсьәләһе әлегә ҡәҙәр асыҡ ҡала. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр бер ниндәй ауыл Советы ла, ниндәй ҙә булһа «яҡшы ағай» ҙа сүп-сар мәсьәләһен хәл итергә тейеш түгел икәнен әлегә ҡәҙәр аңлап еткермәй. Һәм уларҙа сүпләүсе «насар кешеләр» адресына ҡарата фекерҙәр бөтөнләй урынһыҙ. Йортта йәшәүселәрҙең үҙҙәренең бындай тәртипһеҙлек тыуҙырыуҙа өлөшө бар. Тимәк, таҙалыҡ hәм тәртип үҙеңдең йорт тупһаһы менән сикләнә, ә артабан — сит кешенеке булып сығамы? Ысын сүплек өйөмөнә әүерелеп барған сүп-сар өйөмө үҫеүенә күҙ йоморға яраймы? Йәки сүп-сарҙы сығарыу өсөн, мин түгел, башҡа кеше түләһенме?

Ирина ФОМИНА.
Читайте нас: