Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
18 Октября 2018, 10:33
“Туй йолаһы” фестивале
1-2 ноябрҙә Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Туй йолаһы” фестивале уҙасаҡ.
Добавить в предпочтительные источники Google
Иҗади һәм фольклор коллективтар етәкселәре, халыҡ һөнәрҙәре һәм кәсептәре оҫталары Шаран районында йыйыласаҡ. Унда ҡунаҡтар - Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстандан фольклор коллективтар ҙа буласаҡ.
Фестивалдә халыҡ ижады һәм боронғо ғаилә традицияларының барлыҡ байлығын үҙ эсенә алған туй йолалары күрһәтеләсәк. Программа сиктәрендә башҡорт фольклоры буйынса семинар, фольклор коллективтар менән иҗади осрашыуҙар, фестивалдә ҡатнашыусы барлыҡ коллективтар көсө менән туй йолаһын (Килен һөйөү, Бишек, Туй һ.б.) реконструкциялау уҙасаҡ.
Сараның һөҙөмтәһе булып, «Туй йолаһы» йыйынтығын (сценарийҙар, йолалар, йырҙар, уйындар һ.б.) сығарыу торасаҡ.
Фестиваль күп милләтле республикала традицион мәҙәниәтте үстереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.Байрам Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын, уларҙың рухи берҙәмлеген нығытыуға, Бөтә донья фольклориадаһы алдынан фольклор коллективтарның ижади дәрәҗәһен арттырыуға ярҙам итә.
Фото: Республика халыҡ иҗады үзәге сайты
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"