Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2018, 21:23

Серегән таҡталар түгел, ә яҡшы күпер кәрәк

Үҙ юлыбыҙҙы ҡыҫҡартыу өсөн үҙәккә беҙ Кәрим Хәкимов менән Баҡса урамдарын тоташтырыусы тыҡрыҡ аша йөрөйбеҙ, сөнки барлыҡ учреждениелар hәм магазиндар үҙәктә урынлашҡан. Һуңғы ваҡытта бындай юлдан йөрөү хәүефле була башланы.

Эш шунда, ике урамды үҙ-ара тоташтырыусы күпер насар хәлдә. Күперҙең нигеҙе, әлбәттә, сыҙамлы металл торбаларҙан иретеп-йәбештерелгән. Әммә проблема шунда, таҡталары серегән hәм һынырға мөмкин, йәки арала бөтөнләй юҡ. Ҡайһы бер урындарҙа тотҡалар ҙа юҡ. Ә бит әлеге күпер буйлап күберәк пенсионерҙар йөрөй, балалар мәктәпкә hәм балалар баҡсаһына ашыға. Әгәр таҡта һынһа, кеше абынһа, нимә булаһын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс — аҫты тәрән соҡор. Ә алда ҡыш, hәр кем тайып, аҫҡа йығылып төшөргә мөмкин.

Күпер авария хәлендә. Бындай күпер буйлап йөрөү кеше ғүмере өсөн үтә хәүефле. Уны капитал ремонтлау буйынса мәсьәлә киҫкен тора.

Бишбүләк ауылы халҡы.
Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов аңлатма бирә:

— Күперҙе төҙөкләндереү мәсьәләһе, ысындан да, күптән хәл итеүҙе талап итә. Финанстар булмауға ҡарамаҫтан, күперҙе үҙ көсөбөҙ менән тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Кәрәкле иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарасаҡбыҙ. Пилорамаға бүрәнәләр өс аҙна элек килтерелде инде, әмма әлегә пилорама эшләмәй. Ҡышҡа ҡәҙәр күперҙе ремонтлаясаҡбыҙ.
Читайте нас: