Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2018, 23:33

«Тәүәкәл» балалар осрашты

Yҙәк район китапханаһында «Тәүәкәл: аң, интуиция, тиҙлек, команда» Бөтә Рәсәй уйыны булып үтте

Рәсәй ҡаҙаныштарына бағышланған һорауҙарҙы үҙ эсенә алған интеллектуаль-күңел асыу команда ярыштарын «Вектор» йәштәр үҙәге hәм «Еңеү волонтерҙары» муниципаль штабы ойошторҙы. Уйында 10 команда — Сухоречка («Юпитер»), Кыңғыр-Мәнәүез («Сириус»), Ҡаныҡай («Бергә беҙ көс»), Бишбүләк ауылы 2-се («Космостар»), Йылбулаҡтамаҡ («Максимум»), Бишбүләк ауылы 1-се («МТС»), Дим («Димлеләр»), Ерекле («Stalker»), Айыт («Путин командаһы»), Баҙлыҡ («Шоколадкалар») мәктәптәренең уҡыусылары ҡатнашты.

Уйын өс блоктан торҙо: «Көс еңеүҙәре», «Рух еңеүҙәре», «Технологиялар еңеүҙәре». Уйын һорауҙары белем hәм логик фекер йөрөтөүҙе генә түгел, яҡшы интуиция булыуҙы ла талап итте. Ниндәй ҙә булһа электрон ҡоролманан файҙаланыу тыйылды. Өсөнсө блокта командаларға «тәүәкәлләргә» hәм балдар һанын үҙ аллы баһаларға, өсөнсө блок һорауҙарының база баһаһын икегә ҡабатларға йәки үҙгәрешһеҙ ҡалдырырға тәҡдим ителде. Йылбулаҡтамаҡ hәм Ҡыңғыр-Мәнәүез командалары сослоҡ күрһәтте: беренсе урынды «Сириус» командаһы, икенсе урынды «Максимум» командаһы, өсөнсө урынды үҙҙәрен «йәштәр, һәләтлеләр, көслөләр», тип атаған «МТС» командаһы яуланы. Иң «тәүәкәл» фотографияларға конкурс иғлан ителде. Иң «тәүәкәл» фотография яһарға hәм социаль селтәрҙәргә #ВолонтерыПобедыБижбуляк, #ГотовКпобедам, #Риск хештегтары менән ҡуйырға кәрәк ине. Әлеге номинацияла Айыт ауылы командаһы еңде.

Шундай уйын йыл буйына бөтә ил буйынса бер нисә этапта уҙа, финал Мәскәүҙә буласаҡ.

Белгес Галина Кудряшова «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты менән таныштырҙы. Рәсәйҙең 45 аэропортына беҙҙең илебеҙҙең күренекле кешеләренең исемдәрен биреү планлаштырыла.

Ирина МИХАЙЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: