Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2018, 20:50

Күп балалы ғаилә

2018 йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем Башҡортостанда ғаиләлә өсөнсө булып тыуған 5 451 бала теркәлгән. Шулай итеп, туғыҙ айҙа республикала 5,5 мең күп балалы ғаилә барлыҡҡа килгән.

Ошо осорҙа Башҡортостанда бөтәһе 35 842 сабый донъяға ауаз һалған, улар иҫәбендә 452 игеҙ, алты өс игеҙ, 1648 дүртенсе һәм 797 бишенсе һәм унан күберәк балалар. Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте һуңғы туғыҙ айҙың йомғаҡтары буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, Өфөнөң Киров һәм Калинин райондары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы игеҙ балаларҙың тыуыуы буйынса тәүге урынды биләй. Өфөнөң Совет районында — ике, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Ишембай һәм Благовещен райондарында берешәр өс игеҙ бала донъяға килгән.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда 45 мең күп балалы ғаилә йәшәй. Улырҙың 24 меңгә яҡыны төрлө социаль ярҙам саралары менән файҙалана.

Шуны өҫтәп үтәйек: 2019 йылдан Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләр 600 мең һум аҡса алыу хоҡуғына эйә. Тейешле закон проекты республика Хөкүмәте һәм Хеҙмәт министрлығы тарафынан әҙерләгән һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында ҡаралған.
Читайте нас: