Сараны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм «Ғаилә» үҙәктәре ойоштора.
Был көндә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 4-кә тиклем өлкәндәр балалары менән бергә оҫталыҡ дәрестәрендә, берлектәге ижади оҫтаханаларҙа, күңелле уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша ала. «Ғаилә» үҙәктәре психологтары шәхси, ир-ҡатын, бала һәм ата-әсә мөнәсәбәттәре буйынса индивидуаль, ғаилә консультациялары үткәрә.
Өфөлә ғаилә ялы Ҡала мәҙәни ял үҙәгендә була (Беренсе Май урамы, 47).
Республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ғаилә ялдарын уҙғарыу адрестары менән Башҡортостандың Ғаилә порталында «Ғаилә афишаһы» ҡушымтаһында танышырға мөмкин.