Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2018, 18:12

Талантлы экскурсоводтар кәрәк

Башҡортостандың баш ҡалаһында йыл һайын ойошторолған «Туристик Өфө» конкурсы уҙа.

Мэрияла хәбәр итеүҙәренсә, унда үҙҙәренең экскурсия маршруттарын тәҡдим иткән һәм яҡлаған эшләүсе экскурсоводтар, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары, өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша.

Йылдан-йыл Өфөгә тағы ла күберәк туристар килә, шуға ҡалаға яҡшы экскурсоводтар кәрәк, тип аңлаттылар ҡала хакимиәтендә.

«Коллегаларыбыҙ менән «Әҙәби Өфө серҙәре» маршрутын эшләнек. Маҡсатыбыҙ – уҡыуҙы, онотолған әҙәби әҫәрҙәрҙе популярлаштырыу һәм Өфөлә йәшәгән әҙиптәр менән таныштырыу», — тип һөйләне бәйгесе Адрей Янкин.

Конкурстың финал этабы 30 октябрҙә Башҡортостандың Милли музейы буйлап экскурсия формаһында уҙа. Унда ҡатнашыусылар Өфө һәм республика тарихын белеүен, күрһәтеү һәм һөйләү алымына эйә булыуын күрһәтә.