Шулай итеп, йәнә бер хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: пенсияға сығыу йәше ҡатын-ҡыҙ өсөн – 60, ир-ат өсөн 65 йәш итеп билдәләнде (күсеү осоро 2028 йылға тиклем дауам итәсәк). 2019 йылдың 1 ғинуарынан эшһеҙлек буйынса пособие пенсияға сығыу алдында торған граждандар өсөн 4 мең 900 һумдан 11 мең 280 һумға тиклем арта һәм уларҙы эштән сығарған өсөн яуаплылыҡ та ҡарала.
Бынан тыш, ил Президенты күп балалы әсәләр өсөн пенсияға ваҡытынан алда сығыу мөмкинлеген тәҡдим итте. Өс балалы әсәләр – 57, дүрт бала тәрбиәләгәндәр – 56, ә биш һәм унан да күберәк сабыйға ғүмер биргән әсәләр 50 йәштән хаҡлы ялға сыға ала. Пенсияға ваҡытынан алда сығыуға хоҡуҡ биргән стажды ҡатын-ҡыҙ өсөн – 37, ир-ат өсөн 42 йылға тиклем ҡыҫҡартырға ҡарар ителде. Өҫтәүенә ауыл ерендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әле ауылда йәшәгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһына 25 процентлыҡ өҫтәмә түләнәсәк, ҡартлыҡ буйынса пенсиялар 2019–2024 йылдарҙа һәр йыл һайын һәм артабан йылына ике тапҡыр индексацияланасаҡ.
Дәүләт Думаһының Түбәнге палатаһы Енәйәт кодексына ла үҙгәрештәр индерҙе. Пенсияға сығыу алдында торған өлкәндәрҙе эшкә алыуҙан баш тартҡан йәки эштән сығарған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф индереү ҡарала. Пенсияға сығыу алдындағы осор тип ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләнеүгә саҡлы биш йылға тиклемге осор билдәләнде.
Республикабыҙ етәксеһе “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйҙы. Элек граждандар социаль яҡлау сараларынан пенсияға сыҡҡандан һуң файҙаланды. Закондың яңы редакцияһы йәш күрһәткестәрен һаҡлауҙы күҙ уңында тота. 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ һәм 60 йәштән оло ир-ат, пенсияға ҡасан сығыуына ҡарамаҫтан, түбәндәге льготаларҙан файҙаланасаҡ:
l хеҙмәт ветерандарына торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация;
l хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
l оҙайлы эш стажы булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
l маҡтаулы исемдәргә һәм айырым ҡаҙаныштарға лайыҡ ветерандар пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр.
Закон Башҡортостан бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.
Пенсия күләме нимәгә бәйле?
Стаж оҙайлылығы. Эш биреүсе тарафынан Пенсия фондына страховка иғәнәләре түләнгән осор ғына иҫәпләнә.
Эш хаҡы кимәле. Рәсми эш хаҡығыҙ ни тиклем ҙурыраҡ, эш биреүсе шул тиклем күберәк иғәнә күсерә.
Пенсияға һуңғараҡ ҡалып сығыу отошло. Был осраҡта пенсия балдарҙы һәм һәр йыл өсөн билдәләнгән түләүҙәрҙе арттырыусы премия коэффициенттарын ҡулланып иҫәпләнәсәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләнt