Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2018, 20:38

Хәрби иҫәпкә алыу буйынса дәрестәр үтте

Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә тәүге хәрби иҫәпкә алыуҙы әйҙәп барыусы ауыл биләмәләре башлыҡтары hәм белгестәре өсөн күрһәтмә дәрестәр үтте

Дәресте Бишбүләк районының хәрби комиссары Валерий Шәрифуллин, район хакимиәтенең мобилизацион әҙерлек hәм гражданлыҡ оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторының мөдире Виталий Сергеев үткәрҙе. Дәрестәргә Финанстар hәм иҡтисади үҫеш идараһы, Эске эштәр министрлығы, Yҙәкләштерелгән бухгалтерия Муниципаль ҡаҙна учреждениеһының вәкилдәре йәлеп ителде.

Район хәрби комиссары Валерий Шәрифуллин Баҙлыҡ Күп функциялы мәҙәни үҙәктә йәйелдерелгән Баҙлыҡ ауыл Советы хәбәр итеү штабы hәм йыйыу пунктының эшен кyрһәтте. Хәрби комиссариат вәкилдәре Илгиз Нәғимов менән Алия Исламова килеүселәргә армияға саҡырылыусыларҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыу тәртибен hәм тәүге хәрби иҫәп документацияһы алып барыу тeәртибен еткерҙе. Мобилизацион әҙерлек hәм гражданлыҡ оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторының әйҙәүсе белгесе Виталий Сергеев ауыл биләмәләре территорияларында урынлашҡан ойошмаларҙа хәрби иҫәп алып барыуҙы тикшереү тәртибе тураһында һөйләне. Һуңынан тәүге хәрби иҫәпте алып барыусылар зачет тапшырҙы.

Күрһәтмә дәрестәр яҡшы дәрәжәлә үтте, унда ҡатнашҡан ауыл биләмәләре башлыҡтары hәм хәрби-иҫәп өҫтәле белгестәре мөмкин булған ысынбарлыҡҡа максималь дәрәжәлә яҡынайтылған шарттарҙа йыйылыу пунктын hәм хәбәр итеү штабын йәйелдереү буйынса кәрәкле практик тәжрибә алды. Былар, hис шикһеҙ, барлыҡ йәлеп ителгән структураларҙың эштәрен координацияларға hәм ресурстарҙы мобилизациялаy тураһында сигнал алынғас, эш-тороштоң эҙмә -эҙлеклеген башҡарырға ярҙам итәсәк.

Виталий СЕРГЕЕВ,

район хакимияәенең мобилизацион әҙерлек hәм гражданлыҡ оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.

Автор фотоһы.
Читайте нас: