Yҙ йәшенә күрә ул һау-сәләмәт күренә hәм әлегәсә тормошто яратыуҙан туҡтамай. Юбиляр күҙе насар күреүгә зарланмай, сәнғәтле итеп шиғыр уҡый, күп йыр белә, юмор хисен һаҡлай.
Вәзирә Камалова Йылбулаҡтамаҡ ауылында тыуа. Кескәй Вәзирәнең бала сағын да ул йылдарҙағы меңәрләгән балаларҙыҡы кеүек үк, һуғыш урлаған. Тиҫтерҙәре кеүек бала саҡтан ауыр крәҫтиән хеҙмәтен, аслыҡ-яланғаслыҡты һәм үҙәк өҙгөс һыуыҡтарҙы үҙ башынан кисерә.
— Беҙ әсәйебеҙҙең биш балаһы инек. Атайыбыҙҙы һуғыш башланыу менән фронтҡа алып китәләр. Ул шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай. Мин ғаиләлә икенсе бала инем. Әсәйем колхозда эшләне, беҙ уның менән бергә йөрөнөк, — тип һөйләй Вәзирә Вәлиша ҡыҙы. - Ҡул менән колхоз баҫыуҙарын сүп үләндәренән таҙарттыҡ — ул ваҡытта бойҙайҙы ла утайҙар ине. Шунда уҡ баҫыуҙа ҡуна ята инек. Көҙ көнө көлтә бәйләнек, бесән эҫкертләнек.
Һуңыраҡ илдә торф сығарыу урындарына эшсе ҡулдар кәрәк була. Ауылдарҙан ауыл йәштәрен эшкә яллай башлайҙар. Улар араһында йәш кенә Вәзирә лә була. Өс йыл эсендә уға ла күпте кисерергә тура килә. Свердловскиҙа торф сығарыу урындарында, Белоретта урман киҫеүҙә, Мәләүездә тимер юл төҙөгәндә ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәй.
Вәзирә өйөнә ҡайтҡас, бер ниндәй ҙә эштән ҡурҡмай. Колхозға һыйыр һауыусы булып эшкә керә. Тиҙҙән үҙ яҙмышын осрата. Дүсән ауылынан алдынғы тракторсы Барый Камалов менән таныша. 1952 йылда уға кейәүгә сыға. Йәштәр ғаилә тормошон Яҡты Таң артилендә башлай.
— Беҙ Дүсән ауылына киноға барырға ярата торғайныҡ. Шуның өсөн клубҡа яҡыныраҡ күсергә булдыҡ һәм бына ошо урында өй һалдыҡ, — тип йылмая Вәзирә Вәлиша ҡыҙы. — Ул саҡта күңелле ваҡыттар ине, татыу йәшәнек. Беҙ телевизор һатып алғас, бар урам беҙгә йыйыла торғайны. 70-се йылдар аҙағында «Аманат» фольклор төркөмөндә йөрөнөм һәм төрлө сараларҙа ҡатнаштым.
Камаловтар ике ул hәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер инде улар үҙҙәре күптән өләсәй менән олатай булған. Беренсе улдары Самат ғаиләһе менән Дүсeндә төпләнгән. Ҡыҙы Зәниә - Силәбелә, Рүзилә Саҡмағошта тора. Вәзирә Вәлиша ҡыҙы икенсе улы Раяз hәм килене Дания ҡарамағында йәшәй. Юбилярҙың 11 ейәне, 13 бүләсәре бар. Иң өлкән бүләсәренә быйыл 18 йәш тула. Яҡындары Вәзирә Вәлиша ҡыҙын ҡурсалап йәшәй. Балалары уны хәстәрләп hәм тәрбиәләп кенә тора, ейәндәре hәм бүләсәрҙәре уның янына хәл белергә килә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да гимнастик күнекмәләр яһай. Был «Һаулыҡ өсөн йога» тигән hәүәҫкәрҙәр берләшмәһендә шөғөлләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Вәзирә Вәлиша ҡыҙына ҡарайһың да, туғыҙ тиҫтә — әле сик түгел, тип шатланаһың.