Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2018, 20:43

Ҡыҫҡа номер 112

Бишбүләк районының Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте 2010 йылдан алып эшләй

Хеҙмәттең төп бурыстары:

- халыҡтан, ойошмаларҙан теләһә ниндәй хәбәрҙе (булған йәки булырға мөмкин ваҡ аварияларҙан алып ғәҙәттән тыш хәл, ваҡиға, янғын, юл-транспорт hәләкәте h.б.) тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеү әлеге мәғлүмәтте дежур-диспетчер хеҙмәттәргә hәм ойошмаларға (объекттарға) оператив рәүештә еткереү;

- экстрен оператив дежур-диспетчер хеҙмәттәренең һәм оейомаларҙың (объекттарҙың) уртаҡ эш-торошон координациялаy;

- РСЧС-ты район территориаль подсистемаһы территориаль быуынының көс һәм саралары менән оператив идара итеү;

- район халҡына, хакимиәттең етәкселек составында булған йәки булырға мөмкин ғәҙәттән тыш хәл (ваҡиға) тураһында хәбәр итеү;

- 112 берҙәм номер аша килгән саҡырыуҙарға (ваҡиғалар тураһында хәбәргә) яуап биреү hәм яуап һөҙөмтәләрен контролдә тотоу;

- барлыҡ ингән hәм сыҡҡан хәбәрҙе, халыҡтан саҡырыуҙы, булған ғәҙәттән тыш хәл (ваҡиға), уларҙы бөтөрөү буйынса эш барышы тураһында мәғлүмәтте дөйөмләштереү hәм шуға ярашлы хәбәрҙе (докладты) буйһонғанлыҡ буйынса тәҡдим итеү;

- халыҡҡа хәүефле имен булмаған метеорологик шарттар, тормош тәьмин итеү объекттарында планлы hәм авариялы һүндереүҙәр тураһында хәбәр итy;

- идара итеүҙең юғарыла торған органдарынан Гражданлыҡ оборонаһының белдереү сигналдарын, РСЧС-тың функцияланыу режимы үҙгәреүгә сигналдар ҡабул итеү һәм тапшырыу.

- 112;

- 8 (347-43) 2-11-64;

- 8 (347-43) 2-24-53

телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Иғтибарыгыҙҙы шуға йүнәлтәбеҙ: 112 номерын йыйғанда, һеҙҙең шылтыратыу Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә (Өфө ҡалаһы) әлeгe, унан янғын һағы, полиция, ашығыс ярҙам, газ селтәренең авария хеҙмәте, «Антитеррор»ға кире ебәрелә.

Элемтә операторы 112 номеры hәм (йәки) саҡырыу булған абонент яйланмаһы буйынса мөрәжәғәт итеүсең булған урыны тураһында мәғлүмәт тәҡдим итә. Йәғни, 112 номерына шылтыратҡанда, монитор экранында диспетчер саҡырыу килгән урындың координаттарын күрә.

Виталий СЕРГЕЕВ,

район хакимиәтен мобилизацион әҙерлек hәм гражданлыҡ оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.
Читайте нас: