Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2018, 20:20

Ҡырыҡ йыл руль артында

Бишбүләк ауылынан Мәжит Әхмәтйәнов ғүмере буйы водитель булып эшләй

Бала саҡтан хеҙмәткә күнеккән ауылда йәшәүселәрҙең өлкән быуыны хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Бына инде ҡырык йыл хеҙмәт ветераны Мәжит Тәүхи улы Әхмәтйәнов автомобиль руленән айырыла алмай.

— Водитель булырға тигән теләк минең күңелемдә армияла хеҙмәт иткәндә тыуҙы, — тип иҫкә ала йәшлек йылдарын ветеран. — 1974 йылда мине мотоуҡсылар ғәскәренә, йәғни пехотаға хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Ике йыл Польша Халыҡ Республикаһында хеҙмәт иттем. Даими смотрҙар hәм берләшкән ғәскәрҙәр төркөмөндә төрлө күнекмәләр башҡарыу, марш-бросоктар, окоп hәм траншеялар ҡаҙыу ныҡ арытты.

Йәш егет армиянан һуң буласаҡ hөнәре тураһында оҙаҡ уйлап тормай — Приют автомәктәбенә уҡырға инә. Водитель таныҡлығы алғас, Бишбүләк СХТ-һына ГАЗ-51 автомобиленә водитель булып эшкә урынлаша.

— Беҙҙең ауыл хужалығы районы, шуға күрә, барыһынан да бигерәк миңә төрлө элеваторҙарға иген ташырға тура килде, — тип дауам итә Мәжит Әхмәйәнов. — Районда мин булмаған йәки урамдары буйлап уҙмаған бер генә ауыл да юҡтыр, мoғайын. Төрлө командировкалар менән бөтә республиканы әйләнеп сыҡтым. Бер нисә тапҡыр Силәбе ҡалаһына ла барҙым. Оҙаҡ йылдар Бишбүләк РАПСО-һында эшләнем.

Ҡырык йыл элек элемтә бүлегендә эшләүсе Ибрайкин ауылынан Алия исемле ҡыҙҙы яраттым. Беҙ өйләнештек, hәм уның менән яҙмышымды бәйләгәнем өсөн бер ҡасан да үкенмәнем. Ун йыл район ауыл хужалығы химияһында эшләп алдым. Унан һуң тағы ла Бишбүләк РТП-һына ҡайттым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, район юл идараһында КамАЗ менән ҡырсынташ hәм асфальт ташыным. Һуңғы ике йылда килешеү буйынса Сергей Михайловтың крәҫтиән хужалығында КамАЗда эшләйем.

Мәжит Тәүхи улы менән Алия Ильяс ҡыҙының ике улдары шулай уҡ водитель һөнәрен һайлаған. Өлкәндәре Илдар Өфө ҡалаһында водитель булып эшләй hәм ғаиләһе менән йәшәй, кеселәре Илмир автомобиль рулен Тольятти ҡалаһында бора. Олатай менән өләсәйҙең өс ейәне бар: Алина, Тамерлан hәм Арыҫлан, улар йыл һайын йәйгеһен ауылға яңы һауылған һөт эсeргә hәм еләк вареньеһы ашарға ҡайта.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы
Читайте нас: