Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
29 Октября 2018, 11:26
Бишбүләктә антитеррор уҡыуҙары үтте
Бишбүләктә террорсылыҡ актын булдырмау hәм уның эҙемтәләрен минималләштереү тәү сираттағы эштәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса антитеррорға ҡаршы уҡыуҙар үтте. Легенда буйынса, ике автомат менән ҡоралланған террорсы Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалына керә. Тоткырҙа — 107 кеше.
Уҡыу Рәсәй эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлек начальнигы Азат Хажиев етәкселегендә үтте. Ҡурҡынысһыҙлыҡ янауҙарын нейтралләштереү hәм барлыҡҡа килеүҙең дөрөҫ сәбәптәрен билдәләү маҡсатында оператив штаб эшкә тотондо. Райондың барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары hәм оператив хеҙмәткәрҙәре тотҡарлыҡһыҙ әҙеррлеккә килтерелде. Полиция хеҙмәткәрҙәре «теракт» еренә сиктәш булған районды ҡамап алыуҙы башҡарҙы, күнекмәләр үткәреү урынына подъездарҙы блокадаланы, оператив-эҙләнеү саралары үткәрҙе. Сара барышында СВУ-ҙы зарарһыҙландырыу hәм шартлы террорсыларҙы юҡҡа сығарфу буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарының хәрәкәттәре эшкәртелде. Уҡыуҙарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ашығыс ярҙамдың муниципаль оператив хеҙмәттәре, hәм башҡа хеҙмәттәр ҡатнашты.
Уҡыуҙар етәксеһе Азат Хажиев һүҙҙәре буйынса, маҡсаттар hәм бурыстар тулыһынса үтәлгән.
Виталий СЕРГЕЕВ,
район хакимиәтенең мобилизацион әҙерлек hәм гражданлыҡ оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"