Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2018, 16:23

Үҙеңә эшләүгә етмәй

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан фермер Илдус Бикташев ғаиләһенең именлеген тәьмин итә

Тыумыштан ҡанында крәҫтиән эшенә хирыслыҡ булған Илдус Бикташев үҙенең етештереү күрһәткестәре буйынса ҙур булмаған, әммә тотороҡло табыш килтереүсе крәҫтиән (фермер) хужалығын 2002 йылда булдыра. Ул бөгөн үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Бының өсөн уның күп йыллыҡ үлән сәселгән егерме гектар hәм иген культураларына иҫәпләнгән утыҙ гектар һөрөнтө ере бар.

— Ерҙә эшләү өсөн тағылма механизмдары менән тейешле техника кәрәк, — ти быйыл үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән Илдус Нурғаян улы. — Минең хужалыҡта рамлы hәм таҫмалы пилорама бар. Ике ДТ-75 hәм МТЗ-82 тракторы hәм ҙур КамАЗ йөк автомобиле бар. Мин уны 1999 йылда уҡ һатып алғайным. Тап бына шунан һуң үҙем hәм үҙ ғаиләм өсөн эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙым.

Yҫемлекселек hәм таҡта ярыу менән шөғөлләнһә лә, фермер үҙен барыбер механизатор, әгәр инде теүәлерәк әйтһәк, водитель, тип иҫәпләй. Илдус тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына ауыл хужалығы машиналарын механикалаштырыу факультетына уҡырға инә. Бында ул параллель рәүештә «В» hәм «С» категорияһына водитель таныҡлығы алып сыға. 1986 — 1988 йылдарҙа элиталы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

— Армиянан һуң үҙемдең хеҙмәттәштәрем менән Байкал-Амур магистраленә комсомол төҙөлөшөнә китeргә теләнем, әммә туғандарым hәм яратҡан ҡыҙым Румия районда ҡалырға өгөтләне. Шунан һуң, ун йыл Бишбүләк РТП коллективында ГАЗ, ЗИЛ hәм КамАЗ автомобилдәрендә эшләп алдым, — тип иҫкә ала Илдус Нурғаян улы. — Йөҙәрләгән километрҙарҙы сорнап, бөтә Советтар Союзын урап сыҡтым. Бер йыл эсендә йөк менән Мәскәүгә бишәр-алтышар тапҡыр бара инем. Тап бына шул осорҙа бартер килешеүҙәре модаға керҙе. Шунда мин тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең беренсе тәжрибәһен алдым. Шуға күрә, бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙ эшемде асып ебәреү ҡыйын булманы.

Илдус Нургали улы һау-сәләмәт тормош алып бара, бокс менән шөғөлләнә. Румия Мөнир ҡыҙы ун йылдан ашыу Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылындағы балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында эшләй. Уларҙың улдары Илвир Өфөлә юрист һөнәрен үҙләштергән. Ҡыҙҙары Рульвина урындағы урта мәктәтең ун беренсе класында уҡый. Бикташевтар ҙур хужалыҡ тота, баҡсасаларында төрлөнән-төрлө йәшелсә үҫтерә. Ихаталарында дүрт ат, дүрт үгеҙ, күпләп ҡош-ҡорт аҫрала. Үҙ көстәре менән көн иткән ғаилә мул тормошта йәшәргә ынтыла.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: