Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2018, 20:18

Аделина тураһында һөйләгеҙ!

Ошо көндәрҙә Бишбүләк ауылындағы 68-се янғын часына Баҙлыҡ ауылынан ун йәшлек бала шылтырата. Ул өйҙә дүрт һәм бер йәшлек һеңлеләре менән ултырыуы, ә аш-һыу бүлмәһендә көйөк эҫе таралыуы һәм һыуытҡыс артында осҡон сәсрәүе тураһында хәбәр итә.

Диспетчер кисекмәҫтән янғын часының дежур ҡарауылын һәм Баҙлыҡ ауыл биләмәһенең ирекле янғын һағы хеҙмәткәрҙәрен әлеге йортҡа ебәрә, шул уҡ ваҡытта ҡурҡҡан ҡыҙыҡай менән аралашыуын дауам итә. Ул балаға һеңлеләрен кейендерергә һәм тышҡа алып сығырға, ишекте ябырға ҡуша.

Был иғтибарлы һәм ҡыйыу ҡыҙыҡай – Аделина Әмерйәнова. Уның хәүефләнеүе юҡҡа булмаған. Янғын һүндереүселәр, ысынлап та, ҡыҙған электр сымын шәйләй. Кескәй Аделинаның уяулығы янғынды иҫкәртергә ярҙам иткән. Ҡыҙыҡай, бәлки, үҙенең һәм һеңлеләренең ғүмерен дә һаҡлап ҡалғандыр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ҡараған Бәләбәй район-ара бүлеге хәбәр итеүенсә, киҫкен ваҡиғаларҙа ярҙамға саҡырыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр балаға ла хас түгел. Ҡурҡыуға ҡалған бәләкәстәр, ғәҙәттә, мөйөшкә боҫа һәм үҙен ҡурҡыныстан ҡасҡан тип хис итә. Артыҡ ҡото осоуҙан бала ҡысҡыра ла алмаҫҡа мөмкин. Йыш ҡына кескәйҙәр янғын һүндереүселәрҙең ҡыҙыл төҫтәге ят кейеменән һәм каскаһынан ҡурҡа, йәнһүрәттәге яман геройҙар менән бутай, шуға күрә уларҙан да йәшенә.

Балаларға мотлаҡ рәүештә Аделина һымаҡ ҡыйыу тиҫтерҙәре, янғын һүндереүселәрҙең һәйбәт кешеләр булыуҙары тураһында һөйләргә кәрәк.

Автор: Н. ХӘСӘНОВА
Читайте нас: