Дим буйҙары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2018, 13:13

Республика халҡын социаль яҡлауға өҫтәмә 1,5 миллиард һум бүләләр

Бер йыл элек ҡабул ителгән һәм 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән «Башҡортостан халҡын социаль яҡлау» дәүләт программаһының дөйөм күләме 109,5 миллиард һум тәшкил итә.

Республика Хөкүмәте кисә президиум ултырышында документҡа үҙгәрештәр индерҙе, дәүләт программаһын финанслау күләмен 1,5 миллиард һумға арттырып.

«Федераль бюджеттан – 522,4 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан – 920, 5 миллион һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 51,4 миллион һум бүленә. Һөҙөмтәлә дәүләт программаһының финанс тәьминәте күләме 109,5 миллиард һум тәшкил итә», – тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников.

Дәүләт программаһының маҡсатлы индикаторҙар һәм күрһәткестәр исемлеге лә тулыландырылды. Унда шулай уҡ тыуым коэффициенты һәм күрһәтелгән социаль хеҙмәттәрҙең сифаты менән ҡәнәғәт оло быуын граждандарының өлөшө лә иҫәпкә алынасаҡ.
Читайте нас: