Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2018, 13:43

Граждандарҙы ҡабул итте

30 октябрҙә— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаты Айгөл Әхмәтйәнова граждандарҙы ҡабул итте.

Депутатка райондың төрлө ерендә йәшәүселәр мөрәжәғәт итте, уларҙы тораҡ пункттарын төҙөкләндереү, райондың ҡайһы бер ауылдарында мобиль элемтә, төҙөлөш, мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә хәйриә ярҙамы булмау кеүек мәсьәләр борсой.

Ҡабул итеү барышында Айгөл Айрат ҡыҙы барлыҡ һорауҙарҙы шәхси контролгә алды. Депутатты Михайловка ауылынан ике инвалид балалы әсәнең үтенесе ҡыҙыҡһындырҙы, ул күп фатирлы йорттоң иҫкергән түбәһен төҙөкләндереүҙе үтенде. Әсә кеше аңлатыуынса, түбәнән һыу үтеү арҡаһында стеналар емерелергә мөмкин. Yҙ мөрәжәғәтен насар хәлдәге йортта йәшәүсе фотографиялар менән раҫланы. Депутат, тыңлап hәм фотографияларҙы ҡарап, ҡыш башланғансы, әлеге проблеманы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Айгөл Айрат ҡыҙы Әсәләрҙең «Йөрәктән-йөрәккә» ижтимағи ойошмаһының да үтенесен иғтибарға алды.

Кабинетта ҡабул итеүҙән һуң, Айгөл Айрат ҡыҙы Балалар ижады yҙәгендә булды. Депутатҡа воркаут өсөн майҙансыҡ янында балалар майҙансығын төҙөкләндереү үтенесе килде. Унан һуң Айгөл Айрат ҡыҙы Бишбүләк ауылында буласаҡ мәҙәниәт, ял hәм спорт паркында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты, «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.

Бишбүләккә Айгөл Әхмәтйәнованың килгәне бар ине, әммә район халҡы менән ул беренсе тапҡыр осрашты. Депутат райондың ауыл биләмәләре буйлап шәхси ҡабул итеүҙәрҙе графикка ярашлы планлаштыра.

Ирина МИХАЙЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: