Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноября 2018, 06:50
Әсәлек капиталын биреү ваҡыты ҡыҫҡартылды
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин әсәлек капиталын биреү буйынса ҡарар ҡабул итеү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Шулай итеп, төбәк Пенсия фонды әсәлек капиталын алыу өсөн ғаризаны бер ай түгел, ә 15 көн эсендә ҡарарға тейеш. Пенсия фондына ата-әсә тураһында мәғлүмәт тапшырған ойошмалар һорауға элеккесә ике аҙна урынына биш көндә яуап бирергә бурыслы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы эшләй башлағандан алып республикала 295 мең әсәлек капиталы сертификаты бирелгән.
Әсәлек капиталының күләме ваҡыты менән индексациялана. 2019 йылда ул 453 мең һум була, 2020-лә — 470 мең һумға тиклем, ә 2021 йылда 489 мең һумға ҡәҙәр арта. Индексация бюджет проектында билдәләнгән.
Әле Рәсәйҙә әсәлек капиталының күләме 453 мең 26 һум тәшкил итә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"