Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2018, 11:43

«Әр-Рәхим» мәсете сафҡа баҫасаҡ

Башҡортостандың элекке президенты Мортаза Рәхимовтың «Урал» хәйриә фонды ноябрҙән Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн ҡайтанан финанслай башлай.

Был хаҡта фонд советы ултырышы йомғаҡтары буйынса ойошманың сайтында хәбәр ителә. Шуның менән бергә фонд эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәре ярайһы уҡ ҡыҫҡартыла.

«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, объектты тамамлау өсөн, «Урал» фонды етәксеһе — Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов баһалауынса, 5-6 миллиард һум кәрәк.

«Әр-Рәхим» мәсете 2007 йылдан һалына башлағайны, әлеге ваҡытта төҙөлөш туҡтатылған. Бер нисә йыл элек уның тирәләй низағ тыуҙы, төп сәбәптәренең береһе — «Мөслим-сити» мосолмандар диниә назаратының девелопер проекты. Шунан һуң банкир һәм элек Башҡортостан президенты вазифаһына дәғүә иткән Сергей Веремеенко инвесторҙар табырға вәғәҙә итте. Бынан алда Башҡортостандың өс традицион конфессия башлыҡтары республиканың яңы етәкселегенә мәсетте төҙөүҙе тамамлауҙарын һорап мөрәжәғәт итте.
Читайте нас: