Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2018, 11:59

Татыу илгә теш үтмәй

Был иҫтәлекле көндө 2005 йылдан алып билдәләйбеҙ. Халыҡ-ара дини совет 7 ноябрҙе дәүләт кимәлендәге байрамдар исемлегенән алып ташларға тәҡдим иткәндән һуң, РФ Дәүләт Думаһы оҙаҡҡа һуҙмай, тәҡдимде хуплап, Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерҙе.

Шулай итеп, Октябрь социалистик революцияһы байрамы календарҙың "ҡыҙыл көнө"нән ғәҙәти көнгә әүерелде. Халыҡтар берҙәмлеге көнө иһә Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға — 1612 йылда Минин менән Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды. Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле мәлдәрҙә туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Башҡортостан яугирҙәренең дә был хәрәкәттә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора.

Әһәмиәтен

онотмайыҡ

Йылдар үтеү менән тарихи ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә. Байрамдар ҙа алмашына. Тәбиғи хәл, әммә бының менән генә быуатҡа яҡын ваҡыт элек донъяны оло үҙгәрештәргә дусар иткән ваҡиғаны тарих битенән юйып буламы икән?

Кешелек донъяһында өр-яңы бит асҡан 1917 йыл ваҡиғаларына ҡарата бөгөн төрлө ҡараш бар. Әммә уның әһәмиәтен дә онотмайыҡ. Күп төбәктәрҙә Октябрь революцияһынан һуң яңырыу, төрлө өлкәләрҙә үҫеш осоро башлана. Әлбиттә, тарихи дәүерҙәр алмашынған мәлдә фажиғәле боролоштар ҙа, икеләнеүҙәр, яңылышыуҙар ҙа була. Бөгөн улар юҡмы ни?!

1917 йылға батша самодержавиеһы Рәсәйҙе һәр тармаҡта көрсөккә алып килеп терәткән була. Хеҙмәт кешеһе йәберләнә, ябай халыҡ ҡот осмалы ауыр шарттарҙа йәшәй. Һуңғы император Николай II хәлде яҡшырта алмай. Ризаһыҙлыҡ көндән-көн арта. Революция утының тоҡаныуы килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн берҙән-бер сара була, тигән фекерҙә хәҙер тарихсылар.

Быға тиклем 7 ноябрҙе беҙ Татыулыҡ һәм килешеү көнө тип билдәләй инек. Әлбиттә, ул Совет власы осорондағы һымаҡ байрам төҫтәренә биҙәлмәне, еңеү марштары яңғыраманы, ҡыҙыл байраҡ, сәскә, шарҙар тотҡан халыҡ демонстрациялары үткәрелмәне. Хатта йәштәр араһында уның ниндәй байрам икәнен әйтергә ҡыйынһыныусылар ҙа булманы түгел. Шулай ҙа революция аша милли азатлыҡ хәрәкәтен башлаған халыҡтарға 1917 йылдың 7 ноябрендә булған шанлы ваҡиғаларҙы оноторға ярамай.

Төптәнерәк уйлаһаң, революцион хәрәкәт — XX быуатта донъя тарихында булған иң әһәмиәтле ваҡиға. Ул биргән мөмкинлектәрҙе бер нисек тә инҡар итеп булмай. Революциянан һуң ябай халыҡ башын күтәрә, рухи үҫеш кисерә, илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарыла. Совет кешеһенә тап ошо сифаттар Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығырға ярҙам итә лә инде.

Барыһы өсөн дә мөһим

1612 йылдың 4 ноябрен, Мәскәүҙән поляктарҙы ҡыуып сығарған көндө, Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип билдәләйбеҙ. Ә Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге баш күтәреүселәр, Ситән-ҡаланы баҫып алып, Мәскәүҙе азат итә. Был ихтилал унда ҡатнашыусыларҙы ниндәй дингә ышаныуына, йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарамай бер көс итеп туплай, азатлыҡ өсөн көрәшкә берләштерә. БДУ профессоры, күренекле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров ихтилалға башҡорттарҙың ике полкы ебәрелеүен дәлилләне. Был милләтебеҙ вәкилдәренең Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылғандан һуң беренсе тапҡыр уның именлеген һаҡлауҙа ҡатнашыуы була.

Ял ялҡытамы?

Шәмбе, йәкшәмбе көндәрен дә иҫәпкә алғанда, рәсәйҙәр йылдың өстән бер өлөшөн ял итеп үткәрә. "Ял" һүҙе йөрәккә бал булып яғыла. Рәсәйҙәрҙең был холҡона сит ил халҡы аптырай. Яңы йылды, Раштыуаны, 23 февралде, 8 Мартты, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын, Еңеү көнөн нисек билдәләмәйһең инде?! Күптән түгел Башҡортостанда йәшәгән йөҙҙән ашыу милләт ҡулға-ҡул тотоношоп Республика көнөн байрам итте. Был халыҡ өсөн матур йолаға әүерелде. Ҡайҙа нисектер, ә беҙҙә христиан мосолмандың Ураҙаһын, мосолман иһә христиандың Раштыуаһын хөрмәтләп, аңлап ҡабул итә. Шуға ла һәр үткәрелгән байрам сараһы халыҡ өсөн уртаҡ, уны туплау, берләштереү көсөнә эйә.
Читайте нас: