Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2018, 13:08

Шиғриәт бәйгеһе

Башҡорт әҙәбиәте тиҙҙән башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе Муса Ғәлиҙең (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 95-йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо йәһәттән көҙгө каникул мәлендә Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе булып үтте.

Һәр ваҡыттағыса, килеүселәрҙе ихлас ҡаршылаған мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов ҡунаҡтарҙы мәктәптең тамаша залына әйҙүкләне. Артабан йыйылған уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы сәләмләп, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Шиғри конкурсты жюри ағзалары “Аманат” журналының бүлек мөхәррире Нурия Әхмәтова, яҙыусы, М.Аҡмулла премияһы лауреаты Фәнис Янышев, урындағы “Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәрова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Шәймәрҙәнов баһаланы.

Уҡыусылар авторҙың балалар өсөн ижад ителгән шиғырҙарын яттан һөйләне. Унда 1-се кластан алып 9-сы класҡа тиклем 46 уҡыусы көс һынашты. Тамашасы һәр сығышты тиерлек көслө алҡыштар менән ҡеүәтләй торҙо.

Күп кенә малай һәм ҡыҙҙарҙың сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоп, тасуири итеп һөйләүе баһалама ағзалары һәм тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Был шиғыр байрамында башланғыс кластар араһынан Сәйетғәлиев Данияр һәм Ильясова Ғәлиә (2-се класс), Хәбибуллина Радмила (1-се класс), һәм Булатова Камилла (3-сө класс) үҙҙәренең һөйләү оҫталыҡтары менән һоҡландырһа, Хафизова Ралина (етәксеһе Нуретдинова Р.Ф.) барыһының да танауына сиртеп, 1-се урынға сыҡты. Өлкән кластарҙан Арыҫланов Вилдан (7-се класс), Ғәйнетдинова Айлина (8-се класс) һәм Хафизова Гүзәл (8-се класс) призер булды, ә 5-се класс уҡыусыһы Ғабдуллина Азалия еңеүсе тип танылды. Уҡытыусыһы Мөхтәсимова Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова Азалияны башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға ирешеүсе уҡыусы булараҡ, телгә алды.

Бихисап шиғырҙар, егермеләгән поэма, иллегә яҡын китап авторы Муса Ғәли Бөйөк Ватан һуғышы осоронда утлы яу юлдары үткән шағир ҙә. 8-се класс уҡыусылары Ғәйнетдинова Айлина һәм Ғәбдраҡипова Илһөйәр шағирҙың тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны, ә иң яҡшы презентация Йәрмөхәмәтова Гөлназдыҡы ине. Сара ваҡытында экранда юбилярҙың тормошо һәм ижады тураһына слайдтар күрһәтелде.

Айыт ауылына быйыл икенсе тапҡыр килгән С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тележурналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин ике йыл элек донъя күргән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабы (мең ырыуы) хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте һәм һәр кемде тарих менән ҡыҙыҡһынырға, үҙеңең шәжәрәһен ныҡлап өйрәнергә саҡырҙы. Осрашыуға килгән матбуғат хеҙмәткәре Нурия Әхтәмова иһә “Аманат” журналы менән яҡындан таныштырып, киләсәктә лә йәш быуындың гәзит-журналдарҙан айырылмай, уҡымышлы, киң ҡарашлы булып үҫеүен теләне.

Тамаша залында шағирҙың китап, уҡыусыларҙың шағир ижадына бағышланып төшөрөлгән рәсемдәр күргәҙмәһе лә урын алды был көндә. Мөхәмәҙиева Аделина, Ғәйнетдинова Айлина, Елизавета Вәлиева, Камилла Ғәйнетдиноваларҙың зауыҡ менән башҡарған эштәре призлы урындар менән билдәләнһә, Хафизова Ралина бында ла алдынғылыҡты бирмәне, шулай уҡ иң сағыу эш Сөләйман Искәндәровтыҡы (7-се класс) булып сыҡты. Уның “Тылсымлы аттар” исемле һүрәте һоҡланыу тыуҙырҙы.

Конкурста еңеүселәргә, ғәҙәттәгесә, башҡорт яҙыусыларының китаптары һәм блокнот, дәфтәрҙәр бүләк ителде. Мәктәптә йыш ҡунаҡ булған Альфред Шәймәрҙәнов башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергәне өсөн, мәктәп директоры Илмир Рәшит улына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ә бына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе уҡыусыларға ул был юлы үҙенсәлекле бүләк алып килгәйне – улар мең ырыуы тамғаһы төшөрөлгән бокал алып ҡыуанды.

Район мәктәптәрендә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү бына шундай тормошсан сараларға нигеҙләнә. Төрлө йолаларҙы, уйындарҙы өйрәнеү, шиғыр бәйгеләре кеүек эштәр, һөйләшеү-аралашыу күнекмәләре әҙәби тел нормаларын нығыта, балаларҙа тарихҡа, мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.
Читайте нас: