Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2018, 13:38

Кәмһетелгән, тимәк яҡланмаған

Теләһә ниндәй ситуацияла уяу hәм иғтибарлы булырға, хәүеф шарттарында үҙеңде дөрөҫ тоторға кәрәк

2018 йылдың 17 октябрендә Керчь политехник колледжында фажиғә булды. Дүртенсе курс студенты атыш ойошторған һәм бомба шартлаған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 21 кеше hәләк булған, шулар араһында 16 студент һәм колледждың биш хеҙмәткәре. 50-нән ашыу кеше зыян күргән. «Теракт» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Бер ниндәй ғәйептәре булмаған кешеләрҙең ғүмерен ҡыйыусы ваҡиғаға бәйле Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктәбендә район хакимиәтенең мобилизацион әҙерлек hәм гражданлыҡ оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Виталий Сергеев менән әңгәмә булды. Осрашыуға 9 — 11 класс уҡыусыларын саҡырҙылар. Виталий Петрович әгәр шикле предмет күрһәгеҙ, үҙеңде нисек тоторға кәрәк икәнлеге тураһында һөйләне. Террор акттарының күпселеге — шартлауҙар, әммә кешенең критик хәлдә иҫән ҡалыу мөмкинлеге бар. Асыҡ урында шартлау ваҡытында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тәҡдим ителгәйне. Шарттарына ҡарап, теләһә кем енәйәт тотҡоно була ала. Виталий Петрович, әгәр һеҙ тотҡон була ҡалһағыҙ, үҙегеҙҙе нисек дөрөҫ тотоу тураһында ролик тәҡдим итте. Террорсылар менән һөйләшеү һәр ваҡыт уңышлы тамамланмай. Ҡайһы берҙә азат ителеү өсөн штурм талап ителә. Азат ителеү ваҡытында тотҡондарға бер нисә ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.

Планетаның тыныс халҡы ҡасан да булһа һүҙлектән «террорсылыҡ» һүҙе юҡҡа сығыр, тип өмөтләнә.

Миләүшә ЗИННӘТУЛЛИНА,

Бишбүләк 1се мәктәбе уҡытыусыһы
Читайте нас: