Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2018, 13:40

Кем «Халыҡ артисы»?

Ҡатнашыу өсөн төп шарт — барыһы ла иҫ киткес, ябай булмаған, матур hәм бер нимәгә оҡшамаған булырға тейеш

Кешеләрҙең күбеһе рухи кyтәренкелекте һаҡлап ҡала, әммә яҡынлашып килгән ҡартлыҡты алдай алған кешеләр, күп кенә йәштәрҙе уҙып китә ала. Тап бына улар өсөн муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт буйынса комитеты, Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы, Һуғыш, хеҙмәт ветерандары, Ҡораллы Көстәр hәм хоҡуҡ һаҡлау органдары район советы менән берлектә яңы ижади конкурс үткәрә, ундағы берҙән-бер шарт — 55 йәштән өлкәнерәк hәм үҙ эшендә башҡаларҙан яҡшыраҡ булыу. Конкурста ҡатнашыусы үҙ һәләтен, талантын, белемен hәм ижадта, фәндә, спортта булған ҡаҙаныштары менән уртаҡлашырға тейеш.

Конкурсҡа барлыҡ жанрҙар — вокал, хореография, сәнғәти һүҙ, музыкант-башҡарыусылар, декоратив-ғәмәли ижад hәм халыҡ кәсептәре өлкәһендәге мастерҙар hәм оҫталар, оригиналь жанр, спорт, төрлө трюктар тәҡдим ителергә тейеш. Конкурс номерҙары ҡыҙыҡлы мауығыуҙар, ижад hәм конкурсанттың ҡаҙаныштарын күрһәтеүсе фото йәки видео презентациялар менән оҙатылып барылырға тейеш.

Конкурстың һайлап алыу турҙары:

21 ноябрҙә Дүсән ауылы Күп функциялы мәҙәниәт үҙәге сәхнәһендә (Айыт, Биҡҡол, Дим, Ерекле, Каменка, Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советтары конкурсанттары);

22 ноябрҙә Баҙлыҡ ауылы Күп функциялы мәҙәниәт үҙәге сәхнәһендә (Баҙлыҡ, Калинин, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советтары конкурсанттары);

24 ноябрҙә Михайловка ауылы Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә (Михайловка, Ҡушйылға, Сухоречка ауыл Советтары конкурсанттары);

26 ноябрҙә Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә (Бишбүләк ауыл Советы конкурсанттары) уҙасаҡ;

28 ноябрҙә Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә йомғаҡлау турниры була.

Ғаризалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк.

Барлыҡ һорауҙар буйынса 8 (34743) 2-10-27 телефоны буйынса район Мәҙәниәт һарайының методика бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Пенсияға сығыу менән тормош яңынан башлана икәнен иҫбатлаусы һәм күрһәтеүсе оло йәштәге ҡатнашыусыларҙан ғаризалар көтөп ҡалабыҙ. Сөнки асылда, һиңә нисә йәш икәне мөһим түгел, ә һин рухлы, күңелле, оптимист hәм күңелең менән йәш булыуың мөhим.

Зyлия Таҡутдинова,

район мәҙәниәт һарайы методисы.
Читайте нас: