Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2018, 19:14

Йәш музыканттарҙың уңышы

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы әҙәниәт министрлығы ярҙамы менән яҡшыларҙан-яҡшы проекты сиктәрендә IX Халыҡ-ара «Илhам» конкурс-фестивале булып уҙҙы. Баш ҡалабыҙҙың төрлө майҙансыҡтарында әлеге көндәрҙә фестивалдә ҡатнашыусыларҙы конкурс нигеҙендә тыңлауҙар булды. Республиканың төрлө төбәгенән үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеү өсөн музыканттар, вокалсылар hәм бейеүселәр йыйылды.

Бишбүләк ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе составында Андрей Соколов, Анастасия Зайцева, Аида Борисова hәм Карина Ғатауллина булған гитара hәм фортепиано класы уҡыусылары тәҡдим итте, икенсе дәрәжә дипломант булдылар. Был уларҙың «Инструменталь музыка» (ансамбль) номинацияһында сираттағы ҙур ҡаҙаныштары. Виктория Осипова шул уҡ номинацияла (фортепиано солоһы) дипломанты булды. Йәш музыканттарҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ hәм артабан да ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!

Александр АНДРЕЕВ,

Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: