Тормошомда булған хәлдәр, кисергәндәрем – һайлау мөмкинлеге булыу һөҙөмтәһе. Мин түбән хеҙмәт хаҡы түләнгән эштә ултырам икән, тимәк, үҙем шулай теләгәнмен. Яҙмышымды яҙыусы һәм һыҙыусы – үҙем.
Һәр кемдең яңылышыуы ихтимал. Берәүҙең фекерен йә ҡыланышын башҡаларҙың дөрөҫ тип ҡабул итмәүе лә ғәҙәти. Тормош аҡ менән ҡаранан ғына тормай, һис кем идеаль түгел. Иң мөһиме — хатаңды таный белергә һәм ваҡытында төҙәтергә кәрәк.
Күпме булдыра алам, үҙем күпмегә лайыҡ – шунса алам, шунса тотам (эш, кеше, аҡса һ.б.).
Яҡшы яҡҡа боролам икән, эргә-тирәләгеләр ҙә ыңғайға үҙгәрә.
Миңә бер кем дә бер ни ҙә тейеш түгел. Үҙем башҡаларға күңелем ҡушыуы буйынса ярҙам итә алам. Изгелек ҡылыр өсөн көслө рухлы булыу мөһим, үҙеңә ышанырға кәрәк. Тейешле урында “юҡ!” тип тә әйтә белеү зарур.
Мин әлеге ваҡытта һәм тап ошо урында йәшәйем. Үткәндәрҙе йыш уйлау депрессияға килтерә, ә киләсәккә хәүефләнеп ҡарау күңелде шик-шөбһә, шом менән баҫа. Мин әле бармын, шуға шатланам. Ваҡытымды маҡсатлы, дөрөҫ файҙаланам.
Күҙҙәребеҙ күрә, ҡолаҡ ишетә, аяҡ-ҡулдарыбыҙ теүәл, йөрәк эшләй, тимәк, мин йәшәйем. Башҡарыр эшем, ял итергә ҡыйығым бар, тимәк, бәхетлемен. Һәр көнөмә шатланып йәшәйем.
Автор: Р. ҒИБӘТОВА әҙерләне