Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2018, 21:45

«Ҡыш бабайға хат» яҙ проекты старт ала

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проектында ҡатнашырға саҡыралар. Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» һәм Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәте хаттар ҡабул итә башланы ла инде.

Проектта 3-15 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Шарттар буйынса, улар Ҡыш бабайға хат яҙырға һәм 2018 йылда ниндәй изге эштәр башҡарыуҙары хаҡында һөйләргә, шулай уҡ Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенән махсус талаптарҙы үтәргә тейеш.

Хаттарҙы башҡарылған эштәр менән бергә 2018 йылдың 23 ноябренә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға хат» абонент йәшниге адресы буйынса йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Конкурс еңеүселәре — социаль әһәмиәтле эштәрҙең авторҙары — Ҡыш бабайҙың Өфөләге Раштыуа шыршыһына саҡырыу ала. Байрам 2019 йылдың ғинуарында мәктәп каникулдары ваҡытында ойошторола.

Быйыл «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проекты 16-сы тапҡыр уҙғарыла һәм Башҡортостан Республикаһында — Ғаилә, Рәсәйҙә Ирекмән йылына арналған.

Проекттың төп маҡсаты — балалар хәйриәлеге хәрәкәтен тергеҙеү. Башҡортостан балалары тирә-йүндәгеләр һәм үҙҙәре йәшәгән ер өсөн изге һәм файҙалы ғәмәлдәр башҡара.

Шарттарға ярашлы, бүләк һорап яҙылған хаттар ҡаралмай. Конкурста изге эштәр тураһында бәйән иткән хаттар ғына ҡатнаша.

«Ҡыш бабайға хат» проекты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: