Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, «Минең ерем — минең байлығым» республика ижад конкурсы тураһында ишетеү менән ҡатнашырға ҡарар иттек. Конкурс инде өсөнсө йыл үткeрелә hәм ауыл ерендә йәшәүсе балаларға ярҙам итеүгә йүнәтелгән. Барыһы ла һүрәт төшөрҙө, ә беҙ Өфөгә иң яҡшы дүрт рeсемде һайлап алып ебәрҙек.
Быйыл конкурсҡа барлыҡ республиканан 500-гә яҡын эш тәҡдим ителгәйне. Проекттың кураторы Азамат Әхмәр улы Нарбутин шылтыратып, 2 «б» класы уҡыусыһы Данил Емельяновтың конкурста I урынды алыуы тураһында хәбәр итеп, Өфөгә бүләкләү тантанаһында ҡатнашырға саҡырғас, беҙҙең шатлыҡтың сиге булманы.
31 октябрҙә Өфө ҡалаһының Конгресс-холл бинаһында Ауыл хужалығы һәм эшкeртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған тантаналы йыйылышта ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, балалар рәсемдәре конкурсында еңеүселәрҙе лә хөрмәтләнеләр. Данил Башҡортостан Башлығы вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡулынан Диплом алды. Ә залда ҙур бүләк — тиҙ йөрөшлө велосипед көтә ине, уны ауыл хужалығы министры урынбаҫары Дәүләтбаева Ләлә Рифмир ҡыҙы тапшырҙы. Тантана ҙур байрам концерты менән тамамланды. Данил БСТ hәм «Рәсәй» каналдары журналистарына интервью бирҙе.
Сәфәрҙе ойошторған өсөн район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Фото Данил Емельяновтың шәхси архивынан.