Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2018, 15:57

Тиҙ hәм уңайлы

Электрон гәзиттең төп өҫтөнлөктәренең береһе шул, баҫманы, һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа — эштәме, өйҙәме, башҡа төбәктәме — уҡырға мөмкин.

«Яҡты юлдан» гәзите инде бер нисә йыл яҙылыуҙың электрон төрөн тәҡдим итә. Бындай ысул менән яҙылырға теләүселәр йыл һайын арта. Бишбүләк ауылынан Нуриман Хәбибуллин гәзиттең электрон версияһын ҡулланыуға беренсе булып күсеүселәрҙән. Ул «электронка»ны биш йылдан ашыу яҙҙырып ала.

— Ул саҡта беҙҙең урамға почта килтереү менән проблемалар була ине. Шул ваҡытта гәзиттe электрон төрҙә яҙҙырып алыу мөмкинлеге тураһындағы иғланға иғтибар иттем. Редакцияға мөрәжәғәт иткәс, гәзиткә яҙылырға ярҙам иттеләр. Электрон гәзит осһоҙораҡ булып сыҡты hәм ҡағыҙ вариантҡа ҡарағанда, бер көн алдан килә, — тип һөйләй Нуриман Хисмәт улы.

Хәҙер электрон яҙылыу менән Башҡортостан мәғлүмәт компанияһы шөғөлләнә, hәм теләге булған hәр кем https://rbsmi.ru/ сайтында үҙе яҙыла ала.

- Район гәзитен ҡатыным менән бергә уҡыйбыҙ, ҡайһы берҙә мин уға ҡысҡырып уҡыйым, нимә тараһында яҙғандарын һөйләйем. Гәзитте әле ул «Колхоз хеҙмәте» тип аталғанда, бала саҡтан уҡ яраттым. Мин уны ул ваҡытта үҙем тараттым. Етенсе кластан алып Айыт ауылы почта бүлексәһендә эшләнем, Кәрим ауылына почта ташыным, — тип дауам итә Нуриман Хәбибуллин. — Хәҙер генә ул бер пакетка бер аҙналыҡ матбуғат һыя. Ә ул ваҡытта гәзит-журналдарҙы бер нисә сумкаға бүлeргә тура килде.

Өлкән йәштәге ир-ат заманса техника ярҙамында уңайһыҙлыҡтар кисермәй. Һуңғы ваҡытта пенсия йәшендәге кешеләр компьютер менән дуҫ та бит. Нуриман Хәбибуллин компьютер грамоталылығы курстарына йөрөгән, ә һуңынан әкренләп үҙе яңы техниканы yҙләштергән. Хәҙер ир-ат компьютерҙан, принтерҙан ышаныслы файҙалана. Yҙенең фотоһүрәттәрен баҫтырып сығарырға ярата.

Электрон гәзит берҙән-бер электрон хеҙмәт түгел — ул дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән, уның аша табиптарға поликлиникаға яҙыла, социаль селтәрҙәрҙә «аралаша». Нуриман Хисмәт улы тиҙҙән күптәр электрон яҙылыу уңайлылығын баһалар, тип ышана.

Ирина Михайлова.

Гәзиттең электрон версияһын нисек рәсмиләштерергә:

1. https://rbsmi.ru/. сайтында автор теркәүе үтегеҙ. Бының өсөн һул яҡта эҙләү юлы аҫтында үҙегеҙҙең логин hәм паролегеҙҙе керетергә кәрәк.

2. Әгәр һеҙ сайтта беренсе тапҡыр икән, теркәлергә кәрәк. Бының өсөн һул яҡтан эҙләү юлы аҫтында «Регистрация»ға баҫығыҙ. Барлыҡҡа килгән тәҙрәгә логин керетегеҙ (уны уйлап табырға кәрeк), e-mail, паролегеҙҙе күрһәтегеҙ (уны шулай уҡ уйлап табырға кәрeк), паролде ҡабат керетегеҙ, картинала яҙылған кодты керетегеҙ hәм «сысҡан» менән «Регистрация»ға баҫығыҙ. Бер электрон почта адресы менән бер тапҡыр ғына теркәлергә мөмкин.

3. Шунан һуң «Яҡты юлдан» гәзитен табығыҙ, яҙылыу ваҡытын һайлағыҙ һәм «В корзину» төймәһенә баҫығыҙ.

4. Артабан «Оформить заказ» төймәһенә баҫығыҙ. Система подписка түләү буйынса бер нисә вариант тәҡдим итәсәк. Иң уңайлы вариант буйынса түләйһегеҙ. Шунан һуң электрон яҙылыу оформить ителә hәм һеҙҙең электрон почтағызға киләсәк.
Читайте нас: