Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2018, 16:02

Иң йәмле ауыл

Мәғлүм булыуынса, күптән түгел республикала киң ҡолас алған “Иң матур ауыл” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы, Йәш депутаттар ассоциациялары, “Башҡортостан дәүләт телерадиокампанияһы ойошторған бәйгегә һәр райондан һаны биш меңдән артмаған бер генә ауылды тәҡдим итергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә конкурста 47 төйәк ҡатнашты.

Конкурс ысын мәғәнәһендә бик ҡыҙыу барҙы. Уның һөҙөмтәһенә, ауылдың төҙөклөгө, матурлығынан тыш, халҡының уңғанлығы, эшһөйәрлеге, берҙәмлеге ләиҫәпкә алынды. Мәртәбәле конкурста Әбйәлил еренең Хәлил халҡы еңеү яуланы.

Ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин әйтеүенсә, улар сарала ҡатнашыу тәҡдимен дәррәү хуплап ҡабул иткән. Хужа телгә алыуынса, иң көсөргәнешле өлөш интерактив тауыш биреү осоро булғандыр. Ауылдың әүҙемселәре Хәлилде алға сығарыу маҡсатында ысын мәғәнәһендә ҙур эш башҡарған: кемдер шиғыр юлдары аша өндәү ебәрһә, икенселәр социаль селтәрҙә махсус чат, төркөм булдырып, урындағыларҙы ғына түгел, тотош район, Урал аръяғы халҡын тауыш бирергә саҡырған. Дөйөм эшкә республиканан ситтә йәшәүселәр, хатта сит илдә йөрөүсе яҡташтар ҙа ҡушылған. Берҙәмлек, татыулыҡ менән Хәлилде республиканың иң матур ауылы тип танытыуға ирешкәндәр.

Тағы ла шуныһы: тиҙҙән бында “Иң матур ауыл” тигән стела ҡуйыласаҡ. Урыны халыҡ тарафынан яҡынса билдәләнгән.




Читайте нас: