Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2018, 21:53

Балалар пособиеһы кемдәргә һәм нисек түләнә?

Быйыл 1 ғинуарҙан Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ике өр-яңы социаль ярҙам сараһы барлыҡҡа килде. Улар – тәүге сабый тыуғас (тәрбиәгә алғас) һәм өсөнсө йәки артабанғы бала донъяға килгәс ай һайын түләнгән пособиелар.

Беренсе балаға айлыҡ пособие 8 892 һум (1,5 йәшкә тикелем түләнә), өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына 8 993 һум (сабыйға өс йәш тулғанса түләнә) тәшкил итә. Тәүге түләүгә йән башына уртаса килеме – 14 247 һум, икенсеһенә иһә 9 182 һум булған ғаиләләр хоҡуҡлы. Әгәр ғаилә ошондай талапҡа яуап бирә икән, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына йәки йәшәгән урын буйынса күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пособиены Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла рәсмиләштерергә мөмкин.

Автор: Лилиә Дәүләтбәков
Читайте нас: