Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2018, 21:45

Диниә назараты мөфтөй һайлауҙы кисектерә

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесен (мөфтөйөн) һайлауҙы 2019 йылдың ноябренә күсерҙеләр.

Был хаҡта республика мосолмандары Диниә назаратының VIII съезына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетында хәбәр иттеләр.

Бындай ҡарар 14 ноябрҙә Өфөлә мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты президиумының сираттан тыш ултырышында «Башҡортостандың мосолмандар өммәһендә рухи берҙәмлекте, тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлау маҡсатында» ҡабул ителгән.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты пленумы составына мөфтөй урынбаҫарҙары, назарат президиумы ағзалары, уҡыу йорттары етәкселәре, республика райондары һәм ҡалаларының имам-мөхтәсибтәре, ревизия комиссияһы ағзалары инә.

Пленум эшендә ҡунаҡ сифатында Рәсәй Мөфтөйҙәр советы һәм Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Рушан хәҙрәт Әббәсов һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет вәкилдәре ҡатнашты.