Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2018, 13:21

Антондан матур һауыт-һаба

Ҡушйылға ауылынан 13 йәшлек Антон Григорьев ағаст эшкәртеү hәм һауыт-һаба яһау менән шөғөлләнә

Ҡушйылға ауылы урта мәктәбендә патриотик hәм хеҙмәт тәрбиәһе буйынса ҙур эш алып барыла. Быйыл йәй республика командалары араһында йәнә лидер булған уҡыусылар етештереү бригадаһы составында «машина менән һыйыр һауыу операторы» номинацияһында еңеүсе Антон Григорьев бар ине.

Антон 7-се класта уҡый, йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул балаларға хас булмаған кәсеп менән шөғөлләнә — ағасты оҫта итеп эшкәртә hәм ағас һауыт-һаба яһай. Йәш мастер хеҙмәт һөйөүсән ғаиләлә үҫә: әсәһе — педагог, атаһы — крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.

Антон үҙенең олатаһы Владимир Егорович Григорьев башҡарған hәм үҙе яратҡан hөнәр тураһында ихас һөйләй.

— Мин ағас менән эшләүҙең беренсе күнекмәләрен технология дeрестәрендe алдым. Һәм, күрәһең, тап бына шул ваҡытта олатайымдың гендары йоғонто яһағандыр. Беҙҙең олатайым менән йәш айырмаһы ҙур. Һәм ул үҙенең белгәндәрен тапшырырға өлгөрмәне, сөнки мин әле бәләкәй инем, әммә hәр ваҡыт һоҡланыу менән уның эшләгәнен күҙәтә торғайным. Миңә олатайымдан ағас эштәрен башҡарыу өсөн баһалап бөтөргөһөҙ ҡоралдар «мираҫ» булып ҡалды, уларҙың күбеһен ул үҙ ҡулдары менән яһаған. Мин ағас эшен яраттым. Барлыҡ төр эштәрҙе лә үҙ аллы һынап ҡарай башланым. Нимәнелер атайым күрһәтеп бирһә, икенселәрен интернеттан эҙләнем, шулай уҡ технология уҡытыусыһы Алексей Владимирович Васильев ҙур ярҙам күрһәтте. Ябай әйберҙәрҙән башланым: ағасҡа биҙәктәр уйыу, көйҙөрөп биҙәк яһау, фанеранан төрлө фигуралар киҫеү, унан һуң аш-һыу бүлмәһендә ҡулланыу өсөн таҡталар, уҡлау h.б. Ата-әсәйем минең мауығыуымды hәр яҡлап хуплай. Миңә яңы йортта оҫтахана өсөн кескәй генә бyлмә бүлеп бирҙеләр. Атайым ағас эшкәртеү өсөн бик күп электр инструменттары һатып алды: лобзик, фрезер, шлифмашинка h.б.Шулай ҙа хыялым токарь станоғына эйә булыу ине. Мин мәктәп станогында эшләнем hәм олатайымдың гаражында урынлаштырылған станогынан файҙаландым. Минең тырышлыҡты күреп, атайым менән Алексей Владимирович минең өсөн компактлы токарь станогы йыйҙы. Мин бәхетле! Хәҙер мин ҡатмарлыраҡ эштәрҙе лә башҡара алам.

Күптән түгел генә саған ағасынан биҙәкләп һауыт-һаба эшләү минең яңы мауығыуыма әүерелде. Был бик ҡатлаулы, әммә мауыҡтырғыс. Был һөнәрем өсөн бигерәк тә интернеттағы видео-дeрестәргә рәхмәтлемен. Ағас төрҙәрен билдәләргә өйрәндем hәм унан нимә яһап була икәнен беләм. Иң ҙур хыялым — сувелдән (ҡайынға йәбешеп үҫә) биҙәкле аш-һыу һауыты әҙерләү.

АльбинаВасильева,

Ҡушйылға ауылы.
Читайте нас: