Дим буйҙары
+26 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноября 2018, 14:31
Өфө ҡалаһы таҙамы?
Рәсәй ҡалалары араһында Өфө таҙалыҡ рейтингында 52-се (миллионлы ҡалалар араһында бишенсе) урынды биләй.
Тикшереүҙе Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы белгестәре үткәргән һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаланың таҙалығын 6,2 балға баһалауын асыҡлаған. Респонденттарға «Минең районымда таҙа, сүп-сарҙы ваҡытында түгәләр» фекерен 1-ҙән алып 10-ға тиклемге шкала буйынса баһаларға тәҡдим иткәндәр, унда 1— «тулыһынса риза түгелмен», ә 10 «тулыһынса ризамын» тигәнде аңлата. Һәр ҡала өсөн уртаса балл иҫәпләнгән, ул халыҡтың райондарҙың таҙалығы һәм сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙары менән ҡәнәғәтлек дәрәжәһен сағылдыра», — тип аңлатты белгестәр.
Миллионлы ҡалалар араһында беренсе урында — Краснодар. Артабан Мәскәү, Ҡазан һәм Санкт-Петербург килә. Рәсәйҙең иң таҙа ҡалалары иҫәбенә Анапа, Сорғот һәм Саранск ингән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Өфөлә таҙалыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк» тип билдәләгәйне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән