Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2018, 13:27

Күрше районға сәйәхәт

Дим урта мәктәбе уҡыусылары Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында булды

Көҙгө каникулда беҙҙең класс Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылындағы Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин музейына барҙы.

30 октябрҙә иртәнге сәғәт туғыҙҙа беҙ класс етәксеһе Мәүсилә Ҡотоева, тарих уҡытыусыһы Владимир Чернов, кластан тыш эштәр буйынса директор урынбаҫары Раушания Тихонова оҙатуында мәктәптән сыҡтыҡ. Юлда ваҡыт бик тиҙ үтте: беҙ туған яҡтың матурлығына һоҡландыҡ, яңы ауылдар менән таныштыҡ hәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ-геройҙар тураһында һөййләштек. Беҙҙе музей мөдире Миңлегөл Әбдрәхимова ҡаршы алды.

Музейҙа өс зал: күргәҙмә, этнография hәм Миңлеғәли Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин hәм уның һуғышта ҡатнашыусы яҡташтарына бағышланған зал. Күргәҙмә залында урындағы рәссам М.Т. Хәйбрахмановтың эштәрен ҡараныҡ. Картиналар шул ҡәҙәр реаль кеүек ине, hәм беҙ бына-бына япраҡтар ҡыштырҙауын йәки диңгеҙ тауышын ишетербеҙ кеүек ине.

Этнография залында XX быуат башы ауыл халҡының көндәлек тормошо күрһәтелгән. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡулланыуҙан сыҡҡан көнкүреш әйберҙәрен ҡараныҡ

Өсөнсө залды Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, һуғыш йылдарында Совет һалдаттарының батырлыҡтары тураһында һөйләүсе экспонаттар урынлаштырылған. Бында геройҙың уникаль eйберҙәрен: тыуыу тураһында таныҡлығын, уның ҡулдары менән эшләнгән фото өсөн рамаһын, гармунын, фронт хаттарын, мәктәптә уҡыу йылдарында ул ултырған партаны, класташтар hәм уҡытыусылар фотографияларын, М. Ғөбәйҙуллинға Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында грамотаны күрҙек. 109-сы дивизияның 309 гвардия уҡсылар полкы һалдаттары Херсон өлкәһенең Дудчаны ауылы янында һуғыш алып барыуҙары тураһында күрһәтелгән «Ғөбәйҙуллиндың һуңғы һуғышы» диорамаһы балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Шул уҡ залда Афғанстан һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға бағышланған мөйөш бар. Динар Нуриәхмәт улы Аҡтуғанов 1975 йылда Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә уҡыған, спортсы, класта лидер булған. 1993 йылда уны Рәсәй Армияһы сафтарына алалар. Динар десантсы булып хеҙмәт итә. 1995 йылда Чечен Республикаһында hәләк була. Динар Аҡтуғанов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң). Музейҙа уның десантсы формаһы, хәрби билеты, паспорты, урта белем тураһында бирелгән таныҡлығы, грамоталары, хаттары hәм ордены һаҡлана.

Гөлнара Джураева,

Дим урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы
Читайте нас: