Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2018, 12:35
Боҙ ҡаласыҡтары асыла
10 декабргә тиклем Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында боҙ ҡаласыҡтары асыла. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлыҡтары өсөн ваҡыт билдәләне.
«Министрлыҡ бөтә муниципаль райондарға, ҡалаларға һәм округтарға Яңы йыл байрамдарын уҙғарыу урындарын техник яҡтан әҙерләүгә, биҙәүгә һәм иллюминациялар, һындар, шыршылар ҡуйыуға йүнәлтелгән пландар, саралар тураһында мәғлүмәт ебәрҙе», — тине Михаил Киреев.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә байрамдың яҡынлашыуын тойһон өсөн яңы йыл мөхитен булдырыуҙы һораны.
«Өфөлә Зәки Вәлиди урамында учреждениебыҙ бар. Унда ике шыршы тора. Уларҙы гирляндалар менән биҙәгәндәр. Оят бит, — тине Радий Хәбиров. — Был бик арзан, уға ғына аҡса барҙыр, тип уйлайым. Интернетҡа инеп ҡарағыҙ. Быны матур итеп эшләгеҙ. Яңы йыл бит».
Бынан алда Радий Хәбиров республиканы Яңы 2019 йылды байрам итеүгә әҙерләү бурысын ҡуйғайны.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"