Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2018, 12:38

Заманса социаль-реабилитация комплексы төҙөлә

Өфөлә үҙенсәлекле балалар өсөн ҙур заманса социаль-реабилитация комплексы төҙөлә, тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвалид балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа.

«Был элекке «Салют» шифаханаһында республика кимәлендәге учреждение була. Хәҙерге ваҡытта проект ҡарарын әҙерләйбеҙ. Үҙәкте 2020 йылда асырға уйлайбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Был биләмәлә әлеге төп бинанан тыш, ике яңы корпус һалыу күҙаллана: береһендә – бассейнлы дауалау-диагностика бүлеге, икенсеһендә мәғариф инновация үҙәге урынлаша, унда үҫеш яғынан үҙенсәлекле балалар өсөн өҫтәмә һәм һөнәри белем алыу мөмкинлеге булдырыла. Шулай уҡ психолог-медик-педагогик комиссия ла ошонда урынлаша, йәғни бөтәһе лә бер урында була. Был балалар, уларҙың әсәләре өсөн бик уңайлы. Балалар 21 көндә реабилитация алырға тейеш.

Бынан тыш, республиканың төньяҡ-көнсығышында реабилитация үҙәген төҙөү тураһында мәсьәлә ҡарала.

Осрашыуҙа инвалид балаларҙы федераль исемлеккә инмәгән техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә билдәләнде. Радий Хәбиров вице-премьер вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Ивановаға ошо мәсьәләне ҡарарға ҡушты.

«Беҙ 10 миллион һумға тиклем бүлә алабыҙ. Был да аҙ аҡса, ләкин тәүҙә уларҙы бирәйек», — тине республика етәксеһе.

Бындай осрашыуҙарҙы йылына өсс тапҡыр уҙғарыу күҙаллана.

«Һеҙгә ярҙам итеү – мөһим бурыс. Беҙҙең төбәктә 16 меңдән ашыу үҙенсәлекле бала йәшәй. Һәр береһенең үҙенең тарихы, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров инвалид балаларҙың ата-әсәләренә. – Ошондай ғаиләләргә булышлыҡ күрһәтеүҙе үҙемдең эшемдә һәм республика Хөкүмәте эшмәкәрлегендә төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуям. Был мәсьәлә менән етди, яуаплы, эҙмә-эҙлекле шөғөлләнербеҙ. Тәү сиратта сирле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тупаҫ һәм миһырбанһыҙ мөнәсәбәтте бөтөрөргә тейешбеҙ».
Читайте нас: