Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 17:06

Әсә булыу бәхет ул

Сухоречка ауылынан Альбина һәм Рөстәм социаль селтәрҙә танышып, оҙаҡ яҙыушыуҙары һәм күптән түгел осрашыуы – быларҙың барыһы ла ғаилә ҡороуҙа үҙ ролен уйнаған. Альбинаның биш йәшлек улы уларҙың мөхәббәтенә ҡамасауламаған

Рөстәм Ғәҙелйән улы һәм Альбина Дауыт ҡыҙы өс малай – Альмир, Ислам һәм Даниярҙы тәрбиәләй. Өлкәндәре Кҫаҡ-Кисеү урта мәктәбенең 8-се класында, Ислам иһә 1-се класта уҡый, ә иң кесеһенә биш йәш. Улар барыһы ла холҡо һәм мауығыуҙары буйынса төрлө. Өлкәне футбол ярата, рәсем яһау менән шөғөлләнә. уртансылары төрлө конструкциялар төҙөргә, кескәйҙәре иһә мультфильмдар ҡарарға ярата. Улар үҙ-ара татыу һәм ауыр минутта бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер.

Альбина Үзбәкстандың Хәмзә ҡалаһында тыуа. Унан тыш Дауыт һәм Фирүзә Наймановтарҙың ғаиләһендә улдары Денис та бар. Советтар Союзы тарҡалыу менән йәберләүҙәр башлана, ул ваҡытта ғаилә Мәнәүез-Мәскәүгә ата-әсәләренең тыуған яғына күсеп ҡайта.

Наймановтар балаларын мөхәббәттә, бар яҡлап та һәләттәрен үҫтереүгә иғтибар биргән. Альбина өсөн ата-әсә өлгөһө лә балаларын тәрбиәләүҙә эталон булған. Ире вахта ысулы менән эшләгәндә, хужалыҡ алып барыу һәм улдарын тәрбиәләү буйынса яуаплылыҡ тап бына уның нескә иңенә төшә.

- Кистәрен кис ултырыуҙар ойошторорға яратабыҙ, төрлө фәһемле тарих һөйләйбеҙ. Көн буйына йыйылған хис-кисерештәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Йәй көнө балалар менән урманға йөрөргә яратабыҙ. Бәшмәк һәм еләк йыябыҙ. Төрлө әйберҙәр яһайбыҙ. Беҙҙең компанияға атайым да бик теләп ҡушыла, - тип һөйләй Альбина Дауыт ҡыҙы.

Ҡунаҡҡа барыу, тыуған көн һәм башҡа теләһә ниндәй байрам булһынмы, ғаилә һәм ваҡыт бергә йыйылырға тырыша.

Рөстәм “Минең ғаиләм – минең байлығым”, тип ҡабатларға ярата. Мин Хоҙайға иҫ киткес ир һәм балалар биргәне өсөн рәхмәтлемен, - ти Альбина Йыһаншина.

Марина Яковлева.

Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: