Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 17:37

Яңы уңыш байрамы

Баҙлыҡ ауылында сыуаш халҡының “Көҙгө сыра” байрамы уҙҙы

Баҙлыҡ ауылында сыуаш халҡының “Көҙгө сыра” байрамы уҙҙы

Яң ы уңышҡа бағышланған ҙур сарала Ерекле, Кесе Сиҙәк, Сиҙәкбаш, Киҫтәнле-Ивановка, Михайловка, Ҡушйылға, Киҫтәнле-Боғҙан, Кесе Мәнәүез ауылдары мәҙәниәт йорттары, Баҙлыҡ ауыл күп функциялы мәҙәни үҙәге, Бишбүләк мәҙәниәт һарайы, Кожай-Ыҡ Вершин китапханаһы коллективтары ҡатнашты. Йәрмәкәй районының Түбән Оло Йылға ауылынан “Илем” ансамбле һәм Ырымбур өлкәһенең Абдуллин районы Түбәнге Көрмәзе ауылы Мәҙәниәт йортоноң “Яҡты йыял” ансамбле килгәйне.

Мәҙәни үҙәк фойеһында коллективтар милли сыуаш ризыҡтары менән табын әҙерләнгән, уларҙың муллығынан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Шулай уҡ номерланған сыра графиндары ҡуйылғайны. Һәр ҡатнашыусы үҙенә оҡшаған эсемлек өсөн тауыш бирә алды. Милли аш-һыуға жюри баһа бирҙе.

Боронғо йола буйынса, көҙгө сыра байрамы башланыр алдынан, яңы уңыштан әҙерләнгән эсемлек менән һауытты асыр алдынан, нәҫелдең иң өлкән вәкиле Аллаһы Тәғәләнән хәйер-фатиха һәм киләһе йылға мул уңыш һораны. Унан һуң сыуаш халҡының “Алран кайми” гимны башҡарылды.

Милли байрамда ҡатнашыусыларҙы район сыуаш Канашы башҡарма комитеты ағзаһы, Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Петров ҡотланы.

Сыра оҫталары үҙ эсемлектәрен тәҡдим итте. Үҙешсән сәнғәт коллективтары ижади номерҙар менән дәртләндереп торҙо.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса жюри ”Иң яҡшы милли кухня” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломды Сиҙәкбаш мәҙәниәт йорто алды, икенсе дәрәжә дипломға Йәрмәкәй райынының Түбән Оло Йылға ауылының Күп функциялы мәҙәни үҙәк коллективы лайыҡ булды. Өсөнсө урын Киҫтәнле-Боғҙан ауылының мәҙәниәт йортона бирелде. ”Иң яҡшы сыуаш эсемлеге” номинацияһында Сиҙәкбаш ауылынан Рәиса Никифарова, Кесе Сиҙәк ауылынан Мария Иванова, Кесе Мәнәүез ауылынан Валентина Селиванова еңеүсе булды. “Кер сари” байрамының Гран прийына Баҙлыҡ ауылынан Галина Дмитриева лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе дипломдар менән билдәләп үтелде һәм район мәҙәниәт комитеты исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар. Барлыҡ коллективтар һәм оҫталарҙы район сыуаш Канашының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Көҙгө сыра байрамы милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен, сыуаш халҡының халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуҙы һәм үҫтереүҙе тағы бер тапҡыр күрһәтте.

Марина Яковлева,

Автор фотоһы.
Читайте нас: