Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2018, 18:28

Билгә ҡайыш быуыр саҡ

Быйыл көҙөн райондан утыҙ егет армияға оҙатыласаҡ

Күптән инде йолаға әйләнгән һәм йылына ике тапҡыр үткәрелә торған Саҡырылыусы көнө хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына оҙатыуға бағышланғайны.

Байрам саралары Ватанды һаҡлаусылар паркында башланды, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәр хөрмәтенә сәскә һалынды. Район хәрби комиссары Валерий Шәрифуллин саҡырыусыларға мөрәжәғәт итеп, хәҙер улар өсөн мөһим тормош этабы башланыуын билдәләп үтте һәм ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен теләне. Артабан байрам Мәҙәниәт йортонда дауам итте, унда барыһы ла егеттәр менән осрашыуға әҙер ине. Үҙешсән сәнғәт коллективтарының концерт номерҙары, йәш артистар сығыштары, хәрби хеҙмәт ветерандары һ.б. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин ҡотланы. Егеттәргә тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, уларҙың һәр ҡайһыһына иҫтәлекле буклеттар һәм демобилизацияға ҡәҙәр ваҡытты иҫәпләй торған сәғәт тапшырҙылар.

Был саранан киләсәктә Ватанды һаҡлаясаҡ йәш быуын да ситтә ҡалманы. Ойошторолған байрам өсөн барыһына ла рәхмәт белдереп, улар хәрби хеҙмәтте юғары кимәлдә үтәргә, ата-бабаларҙың традицияларын дауам итергә һүҙ бирҙе.

2018 йылғы көҙгө саҡырылышта Бишбүләк районынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы өс этапта ебәреү планлаштырыла. Беренсе оҙатыу 23 ноябрҙә булды.

Олег Леонтьев,

Автор фотоһы.
Читайте нас: