Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2018, 13:29

Эштән киткәс, юғалып ҡалмағыҙ

Эшләп йөрөгәндәрҙең күбеһе хаҡлы ял, шау-шыуһыҙ тыныс тормош тураһында хыяллана. Әммә хеҙмәт эшмәкәрлеге осоро тамамланыу менән ҡайһы берәүҙәр юғалып ҡала.

Төрлө эшкә, даими хәрәкәткә, аралашыуға күнеккән кешеләр башта буш ваҡытында ял итә, йорт мәшәҡәттәренә күмелә. Нығынып, донъяны яйға һалғас, “берәүгә лә кәрәгем юҡ” тип төшөнкөлөккә бирелгәндәр аҙ түгел. Шуға күрә хаҡлы ялда йәнгә лә, тәнгә лә сихәт килтерерлек, өҫтәүенә кеҫәгеҙҙе лә ҡалынайтырлыҡ бер нисә кәңәш бирмәксебеҙ.


1-се кәңәш: буй-һынығыҙҙы хәстәрләгеҙ


Был кәңәш ғәмәлдә гүзәл заттарға ҡағыла. Пенсияға сығыу – кәүҙәнең артыҡ ауырлығынан ҡотолоу, мускул­дарҙы нығытыу, организмға көс өҫтәү өсөн ҡулай осор. Иң яҡшы башланғыс – иртәнге гимнастика. Төркөмләп йога йәки бассейнда йөҙөү менән шөғөлләнергә мөмкин. Йәштәштәрегеҙ менән аралашыр­һығыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе лә нығытырһығыҙ.


Шунда уҡ ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итмәгеҙ. Иң мөһиме – ҡуйылған маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле өлгәшеү, бәләкәй еңеүҙән дә кинәнес алыу. Башта ябай ғына күнекмәләр яһағыҙ, әкренләп ҡатмарлыраҡтарын өҫтә­геҙ. Организмығыҙ ошо рәүешле көсөргәнешкә өйрәнер, күнекмәләр­ҙең һөҙөмтәһе күренер. Әүҙемдәр иһә көндө йүгереүҙән башлаһа ла, һис ҡамасауламаҫ.


Һаулыҡты хәстәрләүҙә эҙмә-эҙлелек һәм даимилыҡ талап ителә. Буш ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлгән осраҡта бөтәһенә лә өлгөрөргә мөмкин.


2-се кәңәш: кейем-һалымығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ


Оҙаҡ уйлап тормайынса, кейем шкафтарын асып, әйберҙәрегеҙгә күҙ һалығыҙ. Кәрәкмәгән кейем-һалымдан ҡотолоғоҙ. Бәйләргә йәки тегергә оҫталығығыҙ бар икән, пенсия – был кәсепте иҫкә төшөрөү осоро. Яңы ҡул эшенә өйрәнеү, гардеробты күркәм әйберҙәр менән тулыландырыу өсөн ваҡыт етерлек.

Хаҡлы ялда ла бөхтәлек тура­һында онотмағыҙ, моданы күҙәтеп барығыҙ. Магазиндарға йөрөгөҙ, ташлама менән дә ҡупшы кейем һатып алырға мөмкин. Мода журналдарынан, интернет селтәрендәге сайттарҙан һәм форумдарҙан аксессуарҙар яһау, иҫкеләрен яңыртыу тураһында байтаҡ кәңәш алырға була. Әллә ҡасан һатып алынған, күптән ялҡытып бөткән кейемдәрегеҙҙе ташларға йәллә­мәгеҙ.

3-сө кәңәш: дөрөҫ туҡлана башлағыҙ

Сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыу – оҙайлы әүҙем тормоштоң нигеҙе. Әленән-әле ҡапҡылап алыу, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек, ашыҡ-бошоҡ ашау организмға зыян килтереүе ихтимал. Эшмәкәрлек дәүерендә был турала әллә ни уйланырға ваҡыт та юҡ. Ә хаҡлы ялда иһә туҡланыуға етди иғтибар бирергә мөмкин. Үҙегеҙҙең туҡланыу рационын тулыһынса ҡайтанан ҡарап сығығыҙ. Майлы, ыҫланған, татлы ризыҡтарҙы ашамаҫҡа тырышығыҙ, файҙалы һәм сифатлы аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк, ойоған һөт ризыҡтары, һимеҙ булмаған ит, балыҡ ҡулланығыҙ.

Яҡынса меню төҙөп, ниндәй ашамлыҡтың күпме кәрәклеген яҙып ҡуйығыҙ. Иҫәп-хисап алып барһағыҙ, бер айҙан уҡ күпме аҡса тотоно­уығыҙҙы асыҡларһығыҙ, төрлө магазиндағы хаҡтарҙа айырманы күрерһегеҙ, арзаныраҡтарын, отошлоларын билдәләрһегеҙ. Ғаиләгеҙ­ҙе, дуҫ-ишегеҙҙе һыйлаған аш-һыуҙы файҙалы ашамлыҡтар менән тулы­лан­дырығыҙ. Интернет селтәренән өлкәндәр өсөн туҡланыу буйынса кәңәштәргә күҙ һалығыҙ.

4-се кәңәш: классиканы уҡығыҙ

Ялға сыҡҡас, китап тураһында ла онотмағыҙ. Пенсионерҙар, ғәҙәттә, сериал, яңылыҡтар, төрлө ток-шоу, енәйәттәр хаҡындағы тап­шырыуҙарҙы ҡарарға әүәҫ. Уларҙан әллә ни файҙа алмаҫһығыҙ, кире­һенсә, талсығырһығыҙ, кәйефегеҙ төшөр. Китап уҡыһағыҙ, күпкә отош­лораҡ булыр.

Үлемһеҙ классикаға иғтибар итегеҙ. Китаптарҙы һатып алырға тырышмағыҙ, китапханаға яҙылырға мөмкин.

5-се кәңәш: саф һауала йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ

Пенсияға сығыу менән фатиры­ғыҙҙа бикләнеп ултырмағыҙ. Саф һауа һаулыҡҡа ла, кәйефкә лә, аралашыуҙарҙы яйға һалыуға ла ыңғай йоғонто яһар. Паркка, музей­ҙарға, күргәҙмәләргә йөрөгөҙ. Күптән юл төшмәгән урамдарҙы барып күрегеҙ. Ҡалалағы иҫтәлекле урын­дарҙы ҡарап сығырға мөмкин.

Ситтән килгән күргәҙмәләр, экспозициялар тураһындағы яңылыҡ­тарҙы күҙәтеп барығыҙ. Ғәҙәттә, эш көндәрендә уларҙа халыҡ аҙ була – һәр экспонатты ашыҡмайынса ҡарап сығыу мөмкинлеге бар. Дуҫ-ишегеҙ менән һөйләшеп, күрше ҡалаға экскурсияға юлланырға була.

Матди мөмкинлек юҡ икән, интернет селтәрен файҙаланығыҙ. Виртуаль донъяла булһа ла Францияның зиннәтле һарайҙарына, Норвегиялағы диңгеҙ ҡултыҡтарына сәйәхәт ҡыла алаһығыҙ.

Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне
Читайте нас: