Дим буйҙары
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2018, 13:13

Телгенәм-бергенәм

Өфөлә киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Республика гәзит-журналдары, ҡала һәм район гәзиттәре редакциялары, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, радио, телевидение) ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙарҙа булырға мөмкин: республика халыҡтарының дәүләт телдәрендә мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк.

Конкурсҡа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 1 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ебәрелә. Уларҙың һаны сикләнмәй. Эштәр 2018 йылдың 10 декабренә ҡәҙәр 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон: (347) 218-07-72.

Конкурсты ойоштороусы — республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар берекмәһе. Конкурс тураһында положение ойоштороусыларҙың рәсми сайттарында баҫылған. Бәйге «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында уҙғарыла.
Читайте нас в